Айыу менән бал ҡорттары (әкиәт)

«Айыу менән бал ҡорттары» (рус. Медведь и пчёлы) — башҡорт халыҡ әкиәте, ауыҙ-тел ижадының хайуандар тураһындағы әкиәттәр төркөмөнә ингән зоонимик һәм этнографик йөкмәткеле фольклор әҫәре, этиологик легендаларҙы хәтерләткән әҫәр. Әкиәттә айыуҙың бал яратыуы, уның ҡойроҡһоҙ ҡалыуы һәм кеше менән бал ҡорттары араһындағы дуҫлыҡтың, солоҡсолоҡ кәсебенең башланыу тарихы сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешендә һүрәтләнә. Әкиәт башҡорт халҡының солоҡсолоҡ кәсебе тураһында мәғлүмәт бирә һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү сараһы булараҡ ҡулланыла[1].

Тарихы

Әкиәтте тәүге тапҡыр 1945 йылда башҡорт ғалимы, тел белгесе һәм яҙыусыһы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ҡаран-Йылға ауылында Һ. Фәттәховтан яҙып ала һәм 1954 йылда үҙенең «Урман әкиәттәре» йыйынтығында баҫтырып сығара.

Артабан 1956 йылда — «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабына (283-285-се биттәр), 1959 йылда — «Башҡорт халыҡ ижады» китабына (239-сы бит), «Башҡорт халыҡ ижады» китабының 1-се әкиәттәр китабына 16-сы һан менән индерелә. Шулай уҡ рус телендә «Башкирское народное творчество» китабының 4-се томына 100-сө номер менән керетелә. АТ индексы буйынса *78*** һаны менән билдәләнә[2].

Сюжеты

Боронғо заманда айыуҙың ҡойроғо төлкөнөкө кеүек оҙон һәм йөнтәҫ була. Ағас ҡыуышындағы солоҡто туҙҙырып, бал ашаған саҡта ҡорттарҙы оҙон ҡойроғо менән ҡыуған. Бер мәл шулай сираттағы солоҡто туҙҙырып бал ашағанын урманға утынға килгән кеше күреп ҡала һәм уҡа балтаһын һелтәй. Балтаһы айыуҙың ҡойроғона эләгеп, уны сабып өҙә, айыу ҡойроҡһоҙ ҡала. Шунан һуң бал ҡорттары кешегә бара һәм ул улар өсөн умарта эшләп, бал ҡорттары умарталарҙа йәшәй һәм бал йыя башлай[3].

Әкиәт персонаждары

  • Урман хужаһы тайыш табан айыу;
  • солоҡ бал ҡорттары;
  • инә ҡорт;
  • урманға утынға килгән кеше.

Хәҙерге ҡулланылышы

  • «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәте мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының һәм дөйөм белем биреү мәктәптәренең уҡыу программаларына индерелгән. Дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш тәрбиәүи сараларҙа әкиәтте уҡыу балаларҙа туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, башҡорт халҡының солоҡсолоҡ традицияларын өйрәнеү һәм тел байлығын үҫтереү маҡсатында ҡулланыла[4].
  • Әҫәр нигеҙендә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә театрлаштырылған тамашалар, инсценировкалар ҡуйыла, милли мәҙәниәт сараларында әкиәт мотивтары ҡулланыла[5].
  • 2024 йылда әкиәт буйынса Асҡын районы китапханасылары һәм Асҡын ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашлығында «Башкирмульт» балалар анимация студияһы Башҡортостан Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында махсус анимация йәнһүрәте төшөрә[5].
  • Әкиәт нигеҙендә Любовь Ғәлимова әҙерлек төркөмө балалары өсөн сәхнә әҫәре сценарий яҙа[6].

Өйрәнелеүе

Фольклористика (рус.)баш. һәм әкиәт өйрәнеү ғилемендә «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәте хайуандар тураһындағы зоонимик һәм генетик-этиологик сюжеттар рәтендә өйрәнелә. Ғалимдар әкиәтте башҡорттарҙың боронғо тотемистик ҡараштарын, урман кәсептәрен, айыу культын һәм ҡортсолоҡтоң килеп сығышы тураһындағы мифологик күҙаллауҙарын үҙ эсенә алған ҡомартҡы булараҡ тикшерә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Башҡорт халыҡ ижады: 13-сө том. Әкиәттәр (башҡ.). «Китаптар» милли электрон китапханаһы (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.
  2. ↑ Башҡорт халыҡ ижады: 13-сө том. Әкиәттәр // 149-сы бит (башҡ.). «Китаптар» милли электрон китапханаһы (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.
  3. ↑ Айыу менән бал ҡорттары (башҡ.). «Аҡбуҙат» журналы (19 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.
  4. ↑ Туған (башҡорт) әҙәбиәте уҡыу предметын өйрәнеү программаһы (башҡ.). Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  5. ↑ 1 2 Башкирская сказка «Медведь и пчелы». Rutube / Президентский фонд культурных инициатив (3 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.
  6. ↑ Драматизация башкирской сказки «Как медведь подружился с пчелами». maam.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2026.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Әкиәттәр (баш.) / төҙ. М. Х. Минһажетдинов, Ә. И. Харисов. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — 408 с. — ISBN 978-5-295-04859-3.
  • Кейекбаев Ж. Ғ. Урман әкиәттәре (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. — С. 3—6. — 64 с.
  • Башкирские народные сказки / сост. М. Х. Мингажетдинов, А. И. Харисов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — С. 49—50. — 320 с.

Һылтанмалар

© Правообладателем данного материала является АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».
Использование данного материала на других сайтах возможно только с согласия АНО «Интернет-энциклопедия «РУВИКИ».