Айя Суфия мәсетен реставрациялау (2025 йылдан)

Айя Суфия мәсетен реставрациялау (төр. Ayasofya’da restorasyon) — Истанбулда 2025 йылдың апрелендә Айя Суфия соборы бинаһын нығытыу һәм реставрациялау буйынса башҡарылған эштәр. Төп бурыс — «ҡоролманы көслө ер тертәүе осрағына нығытыу» һәм боронғо ҡоролманың «ер тетрәүен ихтимал булған кәм зыян менән үткәреүен» гарантиялау[1]. Эштәрҙе мәсетте диндарҙар һәм туристар өсөн япмай башҡарырға ҡарар ителә[2].

Реставрация технологияһы

Реставрация башлар алдынан Айя Суфия мәсетенең барлыҡ ҡоролмалары фотоға төшөрөлөп, документлаштырыла. Тупланған материал нигеҙендә комплекстың 3D-күсермәһе эшләнә[3]. Айя Суфияның терәк конструкцияларын анализлап, белгестәр, тәү сиратта төп көмбәҙҙе һәм ярымкөмбәҙҙәрҙе нығытырға кәрәк, тигән фекергә килә. Мозаика менән йөҙләнгән эске яғына зыян килтермәү өсөн, эштәрҙе тыш яҡтан башҡарырға ҡарар ителә. Ҡурғаш япмалар алынып, ремонтланасаҡ йәиһә яңыларына алмаштырыласаҡ. Мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса төрөк эксперты Әхмәт Гюлеч билдәләүенсә, көмбәҙҙең ҡурғаш япмалары һаҡ ҡына алынасаҡ, ә боҙолған урындарҙың ни дәрәжәлә булыуы ҡурғашты алғас ҡына асыҡланасаҡ, шуға күрә ремонттың тәүге планына үҙгәрештәр индерелеүе мөмкин. Византия сәнғәте тарихы буйынса белгес Асну Билбан Ялчын билдәләүенсә, Айя Суфия соборы — «көтөлмәгәнлектәр күп булған ҡоролма… Һеҙ реконструкция проектын эшләйһегеҙ, әммә эш башланғас, барыһы ла икенсе төрлө һәм проектҡа үҙгәрештәр индереү кәрәк буласаҡ»[4].

Эш барышы кешеләргә хәүеф тыуҙырмаһын өсөн, бинаның көмбәҙе ваҡытлыса ҡорос конструкция һәм брезент менән ҡапланасаҡ, һуңынан көмбәҙҙең һәм ярымкөмбәҙҙәрҙең тышҡы йөҙөн арматуралау һәм ремонтлау башланасаҡ[2].

Көмбәҙҙе консервациялау, реставрациялау һәм эске йөҙөн нығытыу буйынса эштәрҙе бер үк ваҡытта алып барыу өсөн соборҙың төп майҙанында урынлашҡан дүрт металл колонна менән терәтелгән, бейеклеге 43,5 метр булған ҡорос платформалар системаһы ҡуйыласаҡ. Эштәрҙе хәүефһеҙ һәм тиҙ башҡарыу өсөн бейеклеге 41 метр булған һәм уғы 60 метрға еткән башня краны проектлана. Ул бинаның көнсығыш яғында һәм кран уғының хәүефһеҙ әйләнә алған арауыҡта урынлаштырыла[5].

Төп көмбәҙҙе нығытыу, ҡурғаш япмаларҙы алмаштырыу, мозаикаларҙы консервациялау, шулай уҡ фасад һәм манараны ремонтлау эштәре тамамланғас, ваҡытлыса ҡуйылған ҡорос япма конструкцияһы, платформа һәм башня краны һүтер алынасаҡ[5].

undefined

Реставрация мөҙҙәте

Реставрацияға әҙерлек 2025 йылдың апрелендә башлана. Эштәр бер нисә йылға планлаштырылған. Изге ҡорамдың эше ремонт барышында ла туҡтатылмай, ул ғибәҙәт ҡылыусыларҙы һәм туристарҙы өҙлөкһөҙ ҡабул итә (2024 йылда Айя Суфия мәсетенә 7,7 миллион турист килә, инеү хаҡы бер кешегә 25 евро була)[4][6].

Иҫкәрмәләр

  1. Sosyal medyada ünlenen dağın zirvesindeki 'yalnız ev'in hikayesi: Tüm Türkiye senin evini konuşuyor (16 апрель 2025). 16 апрель 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 Ayasofya'da tarihi restorasyon! Bakan Ersoy: Yapının özgün hali titizlikle korunacak (14 апрель 2025). 16 апрель 2025 тикшерелгән.
  3. Ayasofya’da ana kubbeye tarihi restorasyon (15 апрель 2025). 17 апрель 2025 тикшерелгән.
  4. 1 2 Ayasofya Kubbesi Restorasyonu İstanbul'da Başlıyor, Türkiye Turizmi Durdurmadan Simgesel Anıtı Korumak İçin 2025'te Kapsamlı Bir Koruma Projesi Başlatıyor (билдәһеҙ). Hurriyet (15 апрель 2025).
  5. 1 2 Ünlü grafiti sergisine yasak (15 апрель 2025). 16 апрель 2025 тикшерелгән.
  6. English, Duvar. Entry fee to be imposed on tourists visiting Hagia Sophia (14 ғинуар 2024). 17 апрель 2025 тикшерелгән.