Ала себен турғайы
Ала себен турғайы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Ficedula hypoleuca (Pallas, 1764) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 147361 |
Ала себен турғайы(урыҫ.Мухоловка — пеструшка (лат. Ficedula hypoleuca) — һайраусы ҡош себен турғайҙары ғаиләһенән (Muscicapidae).
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра, ваҡыт-ваҡыт күтәрелеп, осоп йөрөгән бөжәктәрҙе тота һәм кире урынына ҡуна. Һырты һорғолт көрән. Һоро түшендә, ҡабырғаларында бәй—буй ваҡ ҡына көрәнһыу һоро төҫө һәм сыбар түше менән айырыла. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
Тауышы
«пичи-пичи-кули-личи» йәки «цитру-цитру-три-крути-три», тауышы — тоноҡ «сиси». Өҙөп — өҙөп ҡысҡыра ла «үин-үин».
Йәшәү урыны
Урмандарҙа йәшәй. Киң таралған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарында йәки ботаҡ саталарында оя яһай.
Туҡланыуы
Осоп йөрөүсе бөжәктәрҙе ашай.
Үрсеүе
Ерәнһыу таплы 4—5 бөртөк йәшкелт йоморҡа һала.
Был тамамланмаған мәҡәлә орнитология тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |