Албания милли китапханаһы

Албания милли китапханаһы (алб. Biblioteka Kombëtare e Shqipërisë) — Албанияның иң ҙур китапханаһы. Илдең баш ҡалаһы Тиранала урынлашҡан[2].

Дөйөм мәғлүмәттәр

Китапхана 1920 йылда нигеҙләнә[3] һәм 1922 йылдың 10 декабрендә рәсми рәүештә асыла[3][4].

Албания милли китапханаһы илдең мөһим милли-мәҙәни институты булып тора. Китапхана 2 бинаны биләй һәм Албанияның Туризм, мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт министрлығының ҡарамағында эшләй. Албан халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын бәйән итеүсе яҙма һәм башҡа материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, тергеҙеү, һаҡлау һәм уларҙы уҡыусыларға еткереү — милли китапхананың маҡсаттарына инә. Дәүләт кимәлендә бында китапханасыға уҡытыу һәм профессиональ белемде камиллаштырыу ойошторола.

Китапхана фонды составына китаптар, матбуғат баҫмалары, карталар, атластар, микрофильмдар һәм башҡа һаҡланыу берәмектәре керә.

Иҫкәрмәләр

  1. https://web.archive.org/web/20221226144622/https://www.cenl.org/member-libraries/
  2. National Library of the Republic of Albania. LibDex. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2014.
  3. 1 2 Etleva Domi. National Library of Albania. — Encyclopedia of Library and Information Science.
  4. Albanian National Bibliography. University of Illinois at Urbana-Champaign. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2014. 2007 йылдың 18 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

  • Рәсми сайт (алб.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2014.

Тема буйынса өҫтәмә