Алголь (йондоҙ)

Алголь — Персей β‑һы, үҙгәреүсе тотолоусы-ҡуш (зәңгәрһыу һәм һары) йондоҙ.

Ҡылыҡһырлама

undefined

Визуаль йондоҙ дәүмәле 69 сәғ эсендә 2m,2—3m,5 сиктәрендә даими рәүештә үҙгәреп тора. Ерҙән яҡынса 88 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. Башҡортостан Республикаһы территорияһында байымай торған яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Ноябрь—декабрь төн уртаһында йондоҙ көньяҡҡа офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (75°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Database entry for Algol A, SIMBAD. Accessed online February 9, 2008.
  2. Database entry for Algol B, SIMBAD. Accessed online February 9, 2008.

Алголь (йондоҙ) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.