Александров Андрей Фёдорович
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны | |
Эшмәкәрлек төрө | плазма физикаһы[d][1] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 30 май 1935 (89 йәш) |
Тыуған урыны |
Александров Андрей Федорович (30 май 1935 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, плазма физикаһы һәм физик электроника өлкәһендә белгес. Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты физик электроника кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (2001). Ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
Биографияһы
Андрей Фёдорович Александров 1935 йылдың 30 майында тыуған.
Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1959 йыл — Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай;
- 1962 йыл — МДУ-ның аспирантураһын тамамлай.
Ғилми дәрәжәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғилми исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1978 йылда профессор исеме бирелә;
- 1961 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында эшләй: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор;
- 1986 йылдан алып — физик электроника кафедраһы мөдире, МДУ.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе материаль мөхит электродинамикаһы, плазма физикаһы, плазма һәм газдарҙың кинетик теорияһы, физик электроника, релятивистик юғары йышлыҡтағы электроника, өҫкө йөҙ һәм наноматериалдар үҙенсәлектәрен модификациялау технологиялары.
Ижтимағи эшмәкәрлеге
- Рәсәй Фәндәр академияһының плазма физикаһы буйынса фәнни советы ағзаһы.
- Рәсәй Фәндәр академияһының релятивистик электроника буйынса фәнни советы ағзаһы.
- Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы докторлыҡ диссертация советы рәйесе 501.001.66 Д
- Рәсәй Фәндәр академияһының дөйөм физика институты янындағы докторлыҡ диссертация советы ағзаһы.
- «ru:Радиотехника и электроника», «ru:Вестник Московского университета. Серия 3. Физика, астрономия» журналдарының редколлегия ағзаһы.
- Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
Журналдарҙа 250-нән ашыу ғилми мәҡәләләр, бер нисә китап һәм монографиялар авторы:
- Александров А. Ф., Рухадзе А. А. Физика сильноточных источников света. М: Атомиздат, 1976
- Александров А. Ф., Богданкевич Л. С., Рухадзе А. А. Основы электродинамики плазмы. М: Высшая школа, 1978, 1988. (обложка, аннотация) Перевод на англ. язык: Alexandrov A.F., Bogdankevich L.S., Rukhadze A.A. Principles of Plasma Electrodynamics, Heidelberg: Springer Verlag, 1984
- Александров А. Ф., Богданкевич Л. С., Рухадзе А. А. Колебания и волны в плазменных средах. М: Изд. МГУ, 1990
- Александров А. Ф., Рухадзе А. А., Тимофеев И. Б. Динамика излучающей плазмы. М: Изд. МГУ, 1990
- Александров А. Ф., Галузо С. Ю. Физика сильноточных релятивистских электронных пучков. М: Изд. МГУ, 1991
- Александров А. Ф., Рухадзе А. А. Лекции по электродинамике плазмоподобных сред. М: Изд. МГУ, 1999
- Александров А. Ф., Петров В. И. (под ред.) Сборник задач компьютерного практикума. М: Изд. МГУ, 1999
- Александров А. Ф., Рухадзе А. А. Лекции по электродинамике плазмоподобных сред. Неравновесные среды. М: Изд. МГУ, 2002
- Александров А. Ф., Кузелев М. В. Радиофизика. Физика электронных пучков и основы высокочастотной электроники. М: Изд. КДУ, 2007
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 1981 йыл — СССР Дәүләт премияһы;
- 1989 йыл — МДУ-ның Ломоносов премияһы;
- 1991 йыл — СССР-ҙың Дәүләт премияһы;
- 1997 йыл — МДУ-ның Ломоносов премияһы;
- 1991 йыл — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре;
- 2005 йыл — II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Указ Президента РФ от 17.01.2005 № 20(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
- К 75-летию Андрея Федоровича АлександроваМ.: Академиздатцентр «Наука» РАН, 2010. — Т. 55, № 5. — С. 639—640. // Радиотехника и электроника. —
- http://www.phys.msu.ru/rus/about/sovphys/sov-physik-1998-2004.pdf
Һылтанмалар
- Статья на сайте «Летопись Московского университета»
- Александров Андрей Фёдорович(недоступная ссылка) на сайте кафедры физической электроники физифака МГУ.
Категориялар:
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- МДУ-ның физика факультетын тамамлаусылар
- 30 майҙа тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- XX быуат физиктары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның физика факультеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр