Аликин Владимир Александрович

Аликин Владимир Александрович (12 сентябрь 1937 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, инженер. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — урыҫ.

Биографияһы

Владимир Александрович Аликин 1937 йылдың 12 сентябрендә Пермь ҡалаһында тыуған.

1965 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын 1957 йылда, Пермь авиация техникумын тамамлағандан һуң тыуған ҡалаһында заводта бригадир, цех мастеры булып эшләй башлаған.

1957—1959 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә технолог, өлкән технолог, техник бюро начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1971—1985 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе предприятиеһында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары вазифаһында эшләй.

1985 1991 йылдарҙа — баш инженер, баш инженер урынбаҫары, УМПО-ла ҡеүәттәрҙе үҙләштереү бүлегенең бюро начальнигы вазифаһын биләй.

1991 йылдан «„Восток“ акционер сауҙа-сәнәғәт йорто» акционер йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумы ағзаһы булған[2]

Өфө ҡалаһының Калинин районы, 12-се Феринск һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Почет Билдәһе» ордены
  • Миҙалдар

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Аликин Владимир Александрович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 14.

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар