Алишер Навои исемендәге Ҙур театр
Алишер Навои исемендәге Ҙур театр | |
Административ-территориаль берәмек | Ташкент |
---|---|
Дәүләт | |
Адрес | ул. Зарафшон |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
Рәсми сайт | gabt.uz |
Рәсми атамаһы | үзб. Alisher Navoiy nomidagi davlat akademik katta teatri |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Үзбәкстан Республикаһының Алишер Навои исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы дәүләт академия Ҙур театры — (ҡыҫҡар. Алишер Навои исемендәге ГАБТ, үзб. Alisher Navoiy nomidagi davlat akademik katta teatri) — Үзбәкстан Республикаһының Ташкент опера һәм балет театры һәм шағир Алишер Навои хөрмәтенә аталған. Театр 1939 йылдың 11 июнендә ойошторолған.
Театр тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театр 1939 йылда үзбәк музыкаль театры базаһында ойошторолған. Театр тарихы, йырсы, ансамбль етәксеһе Мөхөтдин Ҡари-Яҡубов етәкселегендә концерт-этнографик ансамбле һәүәҫкәрҙәре профессиональ театр ойошторған көндәрҙән, 1929 йылдан башлана, бейеү труппаһының етәксеһе Тамара Ханым[1] булған.
1939 йылдың 11 июнендә «Буран» тип аталған тәүге үзбәк операһының премьераһы милли музыкаль театр үҫешенә этәргес биргән. Режиссёр Эмиль Юнгвальд-Хилькевич ҡуйған опера тамашасылар һәм тәнҡитселәр араһында уңыш ҡаҙанған. Буран ролендә Кәрим Закиров һәм Михаил Давыдов сығыш яһаған, Наргөл партияһын йырлап Хәлимә Насирова, Шәһадат Рәхимова, Сара Самандарова һәм Нәзирә Әхмәтова, генерал-губернаторҙы — Мөхөтдин-Ҡари-Яҡубов йырлаған. Шул уҡ 1939 йылда театр яңы статус алған, уға Үзбәк дәүләт опера һәм балет театры исеме бирелгән.
1948 йылдың мартында Я. М. Свердлов исемендәге Ташкент рус опера театры менән берләшә (1918 й. нигеҙләнгән), Алишер Навои исемендәге Дәүләт опера һәм балет театры исемен ала. Был осорҙа театр сәхнәһендә: Чайковскийҙың «Пиковая дама», «Евгений Онегин», Садыков һәм Глиэрҙың «Гөлсар» опералары, Делибтың «Коппелия», Минкустың «Дон Кихот», Глиэрҙың «Ҡыҙыл мәк», Мушелдең «Балерина» балеттары ҡуйыла. 1959 йылда театрға академия театры статусы бирелә. 1966 йылдан театр Алишер Навои исемендәге дәүләт академия ҙур театры исемен йөрөтә. 50-70 йылдарҙа театр репертуары шаҡтай киңәйгән. Был осор көнбайыш европа һәм рус классиктарының әҫәрҙәрен Дж. Вердиҙың «Трубадур», «Аида», «Риголетто», Н.Римский-Корсаковтың «Пан Воевода», М. Мусоргскийҙың «Борис Годунов», А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Ш. Гуноның «Фауст», С. Прокофьевтың «Дуэнья», Г. Майбороданың «Арсенал» операларын, А. Хачатуряндың «Спартак», Л. Фейгиндың «Дон Жуан», Г. Мушелдың «Кашмир легенда», Б Бровциндың «Семург», Лапутиндың «Маскарад» балеттарын сәхнәләштереү менән бергә, милли опералар: Юдаковтың — «Дилором» (1958), «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» (1959), Йосоповтоң «Хорезм тураһында йыр» (1964), Р. Хамраевтың «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ» (1966) һәм «Таң алдынан» (1972), Зейдмандың «Ун икенсе төн» (1968) һәм «Урыҫтар» (1970) , И. Хамраевтың «Ойжамол» (1969), Мусаевтың «Үлемһеҙлек» (1974) опералары; Аҡбаровтың «Хыял» (1959), Зейдмандың «Көлә торған кеше» (1962), Фейгиндың «Ҡырҡ ҡыҙ» (1967), Левиевтың «Сухайль һәм Мәһри» (1968), Ашрафиҙың «Мөхәббәт тылсымы амулет» (1969), «Тимур Малик» (1970) һәм «Мөхәббәт һәм ҡылыс» (1974) балеттары менән характерлана[2]. 1990 йылдан театр сәхнәһендә — А. Икрамовтың «Бойоҡ Темур», М. Бафоевтың «Үмәр Хәйәм» Н. Закировтың «Тәхеткә юл», В.-А Моцарттың «Тылсымлы флейта», Дж. Гершвиндың «Порги һәм Бесс», Г. Доницеттиҙың «Лючия ди Ламмермур» опералары, С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», С. Юдаковтың «Насреддиндың йәшлеге» комик балеты, Г. Алексидзе хореографияһына, А. Эргашев музыкаһына «Хумо» милли балеты, И. Йосопов либреттоһына Ф. Янов-Яновскийҙың «Урашима Таро»[3] балеттары ҡуйылған.
Театр бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үзбәк музыкаль театры коллективының үҙ театр бинаһы булмаған һәм бөтә сәхнәләр ҙә XX быуат башында төҙөлгән элекке театр бинаһында — сығышы менән Тифлистан булған Г. М. Цинцадзе 1902 һәм 1913 йылдарҙа төҙөгән берҙән-бер тамаша учреждениеһы «Колизей» циркында үткәрелгән. 1918 йылда театр бинаһы — «Колизей» циркы булған[4]. Утыҙынсы йылдарҙа элекке театр бинаһында — «Колизей» циркында ике труппа: рус һәм үзбәк музыкаль театрҙары эшләгән. Үҙгәртеп ҡороуға реконструкция ҡарамаҫтан, зал һәм сәхнә барыһы ҙур классик һәм милли сәхнә постановкалары талаптарына бик аҙ яуап биргән. Театрҙың яңы бинаһын төҙөү кәрәклеге барлыҡҡа килгән һәм иң яҡшы театр бинаһы проектына дәүләт конкурсы иғлан ителгән. Проекттар киң матбуғатта баҫылған һәм йәмәғәтселек уны тикшергән. 1934 йылда конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡыҙыл майҙандағы мавзолей һәм Мәскәү ҡалаһындағы башҡа ҡоролмаларҙың авторы академик Алексей Викторович Щусевтың проекты еңеүсе проект булып тора.[5][6][7]. 1940 йылдың 1 сентябрендә бинаға нигеҙ һалынған, 1942 йылда, хәрби осор менән бәйле ҡыйынлыҡтар сәбәпле, эш барышы өҙөлгән. 1943 йылда төҙөлөш яңынан тергеҙелгән [8]. Театр төҙөлөшөн тамамлауҙа Квантун армияһының 1945 йылдың ноябрендә Ташкентҡа депортацияланған япон хәрби әсирҙәре ҡатнашҡан. Театр 1947 йылда, Октябрь революцияһының 30 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, асылған [9][5].
Театр бинаһы элекке Йәкшәмбе баҙарындағы күләме 7 гектар булған тура мөйөшлө майҙанда [5]. төҙөлгән. А. В. Щусев проекты буйынса театр бик күп һанлы матур сәскә түтәлдәре, партер йәшеллеге, ҡиммәтле декоратив ағастар һәм традицион үзбәк хауздарын хәтерләткән ҙур һыу ятҡылығы-фонтан сквер-парк менән уратып алынған [9].
Бина уратып алған арауыҡҡа төп инеү урынының мөһабәт өс арҡалы порталы һәм ҡабырға фасадтарында урынлашҡан күләме буйынса бәләкәй аркадалары менән асыла [8]. Диуарҙары шымартылған ал-ҡыҙғылт һары охра кирбес, бинаның түбәнге өлөшө — гранит менән көпләнгән. Инеү портигы, ҡабырға колоннадалары, ишек һәм тәҙрә уйымдары, капителдәр һәм кәрниздәр йә һоро мәрмәрҙән эшләнгән йә мәрмәр йөҙлөк, йә мәрмәр ситләү ҡулланылған.
Тамаша залы 1440 урынға иҫәпләнгән, партеры һәм ике ҡатлы ярусы бар. Стеналары зал балкондары һәм портал ситтәре еңел төҫтәрҙәге һәм алтынлатылған орнаменттар менән биҙәлгән. Сәхнә менән ложаларҙың һарғылт аҡ кремовый төҫтәге бәрхәт шаршауҙарын бохар алтын менән сигеүселәре А. Щусев һүрәттәре буйынса нағышлаған [10].
Вестибюлдың төп күсәре буйынса урынлашҡан беренсе ҡат фойеһы дүрт музаны: бейеү, шиғриәт, һынлы сәнғәт һәм архитектура музаларын һынландырған биҙәктәр менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттың төп фойеһында Навои әҫәрҙәре буйынса 4 матур панно бар: ҡылған батырлыҡтары өсөн рәхмәт йөҙөнән Фәрхәдкә бүләк алып килгән Ширин; ҡәлғә уры ҡорғанды күҙәтеп тороусы ат өҫтөндәге Искәндәр; «Ете планета» поэмаһы геройы — һөйгән йәре һылыу Диләрҙең үтенесе буйынса сабып барыусы йәйрәнгә атыусы Бахрам-гул; сүллектә осрашыусы Ләйлә һәм Мәжнүн [11]. Беренсе һәм икенсе ҡаттарҙың фойеһында монументаль һынлы сәнғәт өлгөләрен рәссам Сыңғыҙ Әхмәров башҡарған [12].
Үзбәкстандың алты өлкәһе: Ташҡәнт, Сәмәрҡәнд, Бохара, Хиуа, Термез һәм Фирғәнә исемдәрен йөрөткән алты ҡабырға фойеһының биҙәлеүе ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы биҙәгәндә урындағы традицион тәбиғи балсыҡ-гипсҡа ганч штукатуркаға һырлау ҡулланғандар. Биналарҙы матурлау эштәрен А. Щусев, С. Полупанов һәм Б. Засыпкин етәкселегендә Үзбәкстандың халыҡ «усто» оҫталары башҡарған [12][8].
Беренсе ҡатта Ташкент һәм Фирғәнә залдары урынлашҡан. Ташкент залын биҙәү эштәренТашпулат Асланкулов оҫта, Фирғәнә залын — Наркузиев оҫта [12] башҡарған.
башҡарған.
Икенсе ҡатта Бохара һәм Сәмәрҡәнд залдары урынлашҡан. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Бохара залын биҙәгәндә көҙгөлө нигеҙгә һалынған ганч буйынса һырлау ҡулланылған. Залды биҙәү эшен Үзбәк Фәндәр Академияһының почётлы академигы оҫта Ширин Мурадов башҡарған. Сәмәрҡәнд залының панноһында ике ҡатламлы һырлау — «ислими» ҡулланылған, биҙәүҙә газган мәрмәре ҡулланылған. Залды йыһазландырыу авторы һәм башҡарыусы сәмәрҡәнд оҫтаһы Кули Джанилов булған [12][13].
Өсөнсө ҡатында Хиуа һәм Термез залдары урынлашҡан. Хиуа залы Хорезмға хас ағас һырлауҙы ҡабатлаусы ганчҡа семәрле панно менән биҙәлгән. Термез залына Термез хакимы һарайын матурлаған биҙәү хас. Хиуа залын биҙәү оҫта Абдулла Балтаев, Термез залы — оҫта Ниғматов[12] етәкселегендә башҡарылған.
Бина һәм тимер-бетондан кирбестән төҙөлгән. Ҙур түшәмдең терәк таяуҙары металл фермалар ярҙамында нығытылған. Конструкция ҡоролмалары, сейсмик яҡтан ҡаршы торорлоҡ сифатлы итеп, махсус көсәйтелгән [14].
1996 йылда театр стенаһына төҙөүҙә ҡатнашҡан япондар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2010 йылда фонтан реконструкцияланған, яҡтыртылған һәм музыкаль оҙатыу өҫтәлгән[1]. 2012—2015 йылдарҙа театр үҙгәртеп ҡоролған реконструкция. Был ваҡытта бөтә спектаклдәр «Туркистон» сәнғәт һарайы сәхнәһендә үткән[15] Үҙгәртеп ҡоролған реконструкция бинаны асыу тантанаһында Япония премьер-министры Синдзо Абе ҡатнашты.
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театр күп кенә проекттарҙы тормошҡа ашыра, шулар араһында бик күп фестиваль «Ташкент Бахори» Халыҡ-ара опера һәм балет театры сәнғәте фестивале, Джузеппе Пуччиниҙың 150 йәшенә арналған Фестиваль. Был проекттарҙа башҡа илдәрҙең артистары — Анна Карновали, Хибла Герзмава, Михаил Векуа, Жамиля Баспакова, Лаура Хормигон, Оскар Торрадо һәм башҡалар ҡатнашты. Шулай уҡ театрҙа Елена Образцова, тенор Зураб Соткилава, музыканттар Гидон Кремер, Владимир Спиваков, Юрий Башмет һәм башҡалар сығыш яһаныҡ. Ҙур ижади коллективтар ҙа: Киев симфоник оркестры һәм хоры, Н. Загурский исемендәге Иркутск музыкаль театры, К. Станиславский һәм В. Немирович-Данченко Музыкаль театры артистары, Мариинский театр һәм «Геликон опера» артистары һәм айырым башҡарыусылар — Дж. Бортолато, А Шагимуратов һәм башҡалар[3] театрҙың ҡунағы булдылар.
Балет труппаһы «Toyota City Balet Сompanу» балет мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итә. Бындай хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып Тойота (Япония) ҡалаһында премьераһы булып үткән И. Йосопов либреттоһы буйынса Ф. Ян-Яновский ҡуйған «Урашима Таро» яңы балеты халыҡ-ара проекты тора[3]. Театр Үзбәкстан Республикаһындағы сит дәүләттәр илселектәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Бындай хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып ҡуйылған «Лючия ди Ламмермур», «Богема», «Мөхәббәт эсемлеге», «Евгений Онегин», «Батша кәләше»[3] опералары халыҡ-ара проекттары тора.
Театр репертуары[16][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Опера | Балет |
---|---|
«Любовный напиток», Г. Доницетти | «Томирис», У.Мусаев |
«Лючия ди Ламмермур», Г.Доницетти | «Бахчисарайский фонтан», Б.Асафьев |
«Фауст», Ш.Гуно | «Жизель», А.Адан |
«Небо моей любви», М.Бафоев | «Корсар», А.Адан |
«Царская невеста», Н.Римский-Корсаков | «Спартак», А.Хачатурян |
«Сельская честь», П.Масканьи | «Хумо», А.Эргашев |
«Иоланта», П.Чайковский | «Дон Кихот», Л.Минкус |
«Садокат», Р.Абдуллаев | «Амулет любви», М.Ашрафи |
«Алеко», С.Рахманинов | «Лебединое озеро», П.Чайковский |
«Проделки Майсары», С.Юдаков | «Спящая красавица», П.Чайковский |
«Тахир и Зухра», Т. Джалилов и Б. Бровцын | «Щелкунчик», П.Чайковский |
«Искатели жемчуга», Ж.Бизе | «Ромео и Джульетта», С.Прокофьев |
«Кармен», Ж.Бизе | «Тысяча и одна ночь», Ф.Амиров |
«ХАМСА», М.Бафоев | «Поэма двух сердец», А.Меликов |
«Трубадур», Дж. Верди | «Дама с камелиями», Дж. Верди |
«Аида», Дж. Верди | «Франческа да Римини», П.Чайковский |
«Богема», Дж. Пуччини | «Жар-Птица, Шахерезада», И.Стравинский, Н.Римский-Корсаков |
«Демон», А.Рубинштейн | «Белоснежка и семь гномов», К.Хачатурян |
«Травиата», Дж. Верди | |
«Севильский цирюльник», Дж. Россини | |
«Флория Тоска», Дж. Пуччини |
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәмид Алмджанов исемендәге Сәмәрҡәнд өлкә музыка һәм драма театры
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Большой Театр Оперы и Балета им. Алишера Навои .
- ↑ История узбекской советской музыки. — Ташкент: издательство Академии архитектуры СССР, 1973. — Т. 2.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 История театра . Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2014 года. 2014 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ На арене "Колизея". Из истории узбекского цирка . 2015 йылдың 29 март көнөндә архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Полупанов, Яралов, 1949, с. 26
- ↑ Государственный Академический Большой Театр имени Алишера Навои .
- ↑ Самые известные работы архитектора Щусева в Москве: от храмов до метро .
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Архитектура СССР, 1975, с. 386
- ↑ 9,0 9,1 Афанасьев, 1978, с. 139
- ↑ Афанасьев, 1978, с. 144
- ↑ Афанасьев, 1978, с. 142
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Полупанов, Яралов, 1949, с. 28
- ↑ Афанасьев, 1978, с. 142—143
- ↑ Афанасьев, 1978, с. 144—145
- ↑ Новость о реконструкции сайта
- ↑ Репертуар 2019 йылдың 22 март көнөндә архивланған. // ГАБТ имени А.Навои
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Полупанов С., Яралов Ю. Ташкент. — М.: издательство Академии архитектуры СССР, 1949.
- Пеккер Я. Б. Узбекская опера. — М.: Музгиз, 1963. — 220 с.
- Корсакова А. Ф. Узбекский оперный театр: Очерк истории. — Ташкент: Гослитиздат УзССР, 1961. — 495 с.
- Афанасьев К.Н. А. В. Щусев. — М.: Стройиздат, 1978. — 191 с.
- Всеобщая история архитектуры: Архитектура СССР. — Изд-во Академии архитектуры СССР, 1975. — Т. 12.1. — С. 395. — 755 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт театра 2020 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.