Алп батыр (әкиәт)
Алп батыр йәки Алып батыр (рус. Алп-батыр, Алып батыр, Титан) — башҡорт мифологияһында һәм халыҡ әкиәттәрендә һүрәтләнгән, Уралда хәҙерге кешеләргә тиклем йәшәгән боронғо мифик кешеләр; улар буйға ҙур, ҡеүәтле, изге күңелле, аҡыллы булған[1].
«Башҡорт халыҡ ижады: Батырҙар тураһында әкиәттәр» серияһында «Алп батыр» әкиәтенең 1938 йылда Бөрйән районы ҡарағай-ҡыпсаҡтарынан Әхнәф Кирәев сәсән Хәйрулла Ишмырҙиндан яҙып алған тексы бар[2].
Этимологияһы һәм килеп сығышы
«Алп» («алып») һүҙе боронғо төрки «alp» һүҙенән килеп сыҡҡан һәм «сәпкә тура атыусы», «батыр», «ғәйәт ҙур көс эйәһе», «ғәййәр», «ҡыйыу» тигән мәғәнәне аңлата[3].
Сюжеты
Сюжет буйынса, батыр ябай кешеләр кеүек тыумаған, ул таштан сыҡҡан[4]. Үлер алдынан атаһы егеткә ниҙер әйтергә теләп, «Алп…» тип кенә өндәшә лә йән бирә. Һуңыраҡ егет Барсынһылыу исемле батыр ҡыҙҙы осрата һәм уның менән ете көн, ете төн көрәшә. Егет еңгәс, ҡыҙ: «Атайың һиңә Алп тигәс, һин Алп батыр булаһың инде», — тип уға исем бирә[2]. Өйләнешкәс, уларҙың ете улы тыуа. Әкиәткә һәм риүәйәттәргә ярашлы, Алп батыр Урал тауҙары буйлап ете ҙур аҙым яһай, һәм уның аяҡ эҙҙәре урынында иркен аҡландар хасил була. Был ете аҡланға ул үҙенең улдарын ултырта. Халыҡ хәтерендә тап ошо ете улдан башҡорт халҡының ете төп ырыуы барлыҡҡа килгән тигән этногоник миф һаҡланған[5].
Мәҙәниәттә
Башҡорт әкиәтендә Алп батыр образында боронғо шаманлыҡ эҙҙәре һәм мифологик һыҙаттар һаҡлана. Мәҫәлән, мифтарҙың береһендә батырҙың яуҙан ҡайтҡас аяҡ кейемен ҡағыуынан ике тау (Алып тауҙары) барлыҡҡа килгәнлеге бәйән ителә[6]. Хәҙерге заманда был фольклор персонажы (рус.)баш. мәҙәниәттә сағылыш таба. Мәҫәлән, Воронеж өлкә балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ерле халыҡтарҙың телдәрен һәм традицияларын һаҡлау сиктәрендә башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп «Алп батыр» комиксын эшләп сығара[7]. 2023 йылда Бөрө ҡалаһының «Смайлики» анимация студияһы «Алп батыр» йәнһүрәтен төшөрә[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка // стр. 25. Уфа: Китап (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2026.
- ↑ 1 2 Мотивы феминизма в башкирских народных сказках. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2026.
- ↑ Р. Сулейманова. Башкирские фамилии, образованные от социальных титулов и званий: историко-этимологический анализ // стр. 380. Oriental Studies (2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2026.
- ↑ Уфа-Гид. Богатырские сказки. Башкирская энциклопедия (21 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑ З. Аминев. Эпос «Урал батыр» и мифология башкир. Китаптар (2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2026.
- ↑ Известные легенды и предания Башкортостана. NSPortal (2 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑ Воронежская областная детская библиотека. Библиотечный комикс по башкирской сказке «Алп-батыр». odbvrn.ru (12 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.
- ↑
Алп Батыр. По мотивам башкирской народной сказки
Әҙәбиәт
- Хисамитдинова Ф. Г. Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2010.