Алфёрова Ксения Александровна

Алфёрова Ксения Александровна (рус. Алфёрова Ксения Александровна; 1974 йылдың 24 майы, София) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы.

Биографияһы

Ксения Александровна Алфёрова 1974 йылдың 24 майында Болгарияның баш ҡалаһы Софияла тыуа. Ул актриса Ирина Алферова һәм болгар дипломаты Бойко Гюровтарҙың ҡыҙы. Артабан Александр Абдулов, Ирина Алфёроваға өйләнгәс, Ксенияны үҙ ҡыҙы итеп рәсми рәүештә яҙҙыра[1].

undefined

К. А. Алфёрова 1992 йылда Мәскәү дәүләт юридик академияһына уҡырға инә. Һуңыраҡ МХАТ-тың мәктәп-студияһын (Евгений Каменькович курсын) тамамлай. Кинокартинала төшөүҙең беренсе тәжрибәһен «Женщина в белом» фильмында төшкән саҡта ала.

2000 йылдан алып 2001 йыл буйынса РТР-ҙың «ТВ Бинго-шоу» программаһынВладимир Маркин менән бергә алып бара, ә 2014 йылдың 26 декабренән алып 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем «Беренсе каналда (Первый канал)» «Көт мине (Жди меня)» тапшырыуҙарын алып бара (был урында Мапия Шукшинаны алмаштыра)[2].

2001 йылдан алып кино менән шөғөлләнә. Америка режиссеры Джон Дейлиҙың «Санкт-Петербург-Канны экспресс» фильмында төп ролде инглиз телендә уйнап башҡара.

20082009 йылдарҙа «Беренсе каналда (Первый канал)» «Боҙлоҡ осоро-2 (Ледниковый период-2)» проектында (фигурист Повилас Ванагас менән парҙа) һәм «Боҙлоҡ осоро-3 (Ледниковый период-3» (фигурист Петр Чернышев менән парҙа) проектында ҡатнаша. 2015 йыл «Россия» телеканалының «Йондоҙҙар менән бейеү (Танцы со звездами)» проектында (бейеүсе Тагинцев Денис менән парлап) бейеүҙә ҡатнаша.

Ире Егор Бероев менән бергә үҫеш үҙенсәлектәре айырмалы булған «Я есть» хәйриә фондын нигеҙләй. Был фонд үҙенсәлектәре айырмалы кешеләргә ҡарата йәмғиәт мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү менән шөғөлләнә[3].

2016 йылда Ксения Алферова Александр Войтинскийҙың «Дед Мороз. Битва магов» фэнтезиһында төшә. Уның артабанғы эштәре араһында хәрби драма «Прощаться не будем» (2018), «Спасибо деду за Победу» һәм «Счастье — это…» (2019) фильмдарында, шулай уҡ «На солнце, вдоль рядов кукурузы» (2022) һәләкәт картинаһында ролдәре бар, унда уның ире Егор Бероев фильмдың консультанты булып сығыш яһаған герой — осоусы Дамир Йосопов ролен уйнай[4].

Ғаиләһе

  • Ире — актёр Бероев Егор Вадимович (1977 йылдың 9 октябрендә тыуған).
    • ҡыҙы — Евдокия Егоровна Бероева[5] (2007 йылдың 4 апрелендә тыуған).

Иҫкәрмәләр

  1. Мария РЕМИЗОВА, Анна ВЕЛИГЖАНИНА. Тайна дочери Александра Абдулова. Комсомольская правда (6 октябрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2015.
  2. Жди меня. Выпуск 26.12.2014 (Основной). ЗАО «Телекомпания ВИD» (26 декабрь 2014). — Выпуски передачи. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2014.
  3. Наталья Николайчик. Егор Бероев и Ксения Алферова: «Мы есть!» 7days.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2015.
  4. Ксения Алфёрова — биография, личная жизнь, фото, новости, дочь Ирины Алфёровой, Егор Бероев, дети. 2026-24СМИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  5. Биографии звезд на Cosmo.ru: Егор Бероев. Архивировано 19 февраль 2012 года. 2012 йылдың 9 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар