Амбар талпандары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Амбар талпандары
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Үрмәксе һымаҡтар
Суб-класс: Талпандар
Надотряд: Акариформные талпандар
Отряд: Astigmata
Подотряд: Acaridia
Супер- ғаилә: Амбар талпандары
Латинса исеме
Acaroidea
ITIS 1234
NCBI 83155

Амбар талпандары[1] (лат. Acaroidea, Tyroglyphoidea, (рус.  Амбарные талпандар [2]) — акариформалылар отрядының талпандар ғаиләһенән, амбар ҡоротҡостарының ғәйәт киң комплексы, 200 гә яҡын төрө бар.

Иң зарарлы ҡоротҡостар: он талпаны, оҙонса талпан, Радионов талпаны, ҡара аяҡлы, төклө, ябай талпанднар. Оҙонлоғо 0,2-0,6 мм, баш-күкрәк һәм ҡорһаҡ өлөштәренә бүленә. Етлеккән талпан − 4, ҡорттары − 3 пар аяҡлы. Ауыҙ аппараттары кимерә торған. Тупраҡта, йәнлек өндәре һәм ояларында, үҫемлек тамырҙары араһында һәм йәшел һабак-япраҡтарында йәшәйҙәр. Амбарҙарға ҡырҙан яңы уңышҡа эйәреп ҡайталар. Ашлыҡ, он һ.б. аҙыҡ-түлекте зарарлайҙар (бигрәк тә ашлыҡтың дымлылығы 14% тан артканда). Он талпанының үҫеш циклы: күкәй, ҡорт, нимфа 1, нимфа 2, етлеккән талпан. Ашлыҡ дымлылығы 13%, ондоң дымлылығы 12% -тан кәмерәк булған шарттар талпандар өсөн уңайһыҙһанала. 50 °C температурала талпандар үлә. Ашлыҡҡа кескенә ярыктар аша үтеп керәләр.

Талпандар зарарлаған он һәм ашлыҡтан күгәрек эҫе килә. Көрәш саралары: профилактика, физик-механик һәм химик ысулдлар менән юҡ итеү. Фураж ашлығы − хлорпикрин һәм бромлы метил, сәсеүлек орлоҡ дихлорэтан һәм металлилхрод менән төтенләп эшкәртелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
  2. Амбар талпандары — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]