Антониу Гутерреш
Анто́ниу Мануэ́л ди Оливе́йра Гуте́рреш (порт. António Manuel de Oliveira Guterres; 30 апрель 1949 йыл) — Португалия сәйәсмәне, Португалия социалистик партияһы генераль сәркәтибе (1992—2002), Португалия Республикаһының премьер-министры (1995—2002), Социнтерн рәйесе (1999—2005), Ҡасаҡтар буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баш комиссары (2005—2015). 2016 йылдың 7 апреленән — Португалия дәүләт кәңәшсеһе. 2016 йылдың 5 октябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы генераль секретары вазифаһына һайлана (вазифаны 2017 йылдың 1 ғинуарынан үтәй башлай)[6].
Биографияһы
Антониу Гутерреш Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонда 1949 йылда тыуған. Юғары техник институтын тамамлай, 1973—1975 йылдарҙа шул институтта уҡыта һәм ҡайһы бер йәштәр католик хәрәкәттәре менән бәйләнеш тота[7]. 1974 йылдан — Португалия социалистик партияһы ағзаһы, 1992—2002 йылдарҙа — партияның генераль сәркәтибе.
1995—2002 йылдырҙа Португалия Республикаһының премьер-министры вазифаһын башҡара[8].
2005—2015 йылдарҙа Ҡасаҡтар буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баш комиссары булып эшләй. Португал теленән башҡа, испан, француз һәм инглиз телдәрен белә[8].
Шәхси тормошо
1972 йылда Луиза Амелии Гимарайнш и Мелоға өйләнә, ул яман шеш ауырыуынан 1998 йылда вафат була. Был никахта Гутеррештың ике балаһы була. 2001 йылда Катарина Маркеш де Алмейда Ваш Пинтуға өйләнә, был никахта тәрбиәгә алынған ул үҫтерәләр[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://unric.org/pt/biografia/
- ↑ https://www.parlamento.pt/DeputadoGP/Paginas/Biografia.aspx?BID=628
- ↑ 1 2 Guterres, António // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ http://www.nndb.com/lists/638/000106320/
- ↑ http://www.nndb.com/gov/962/000050812/
- ↑ David Santiago. António Guterres é o novo secretário-geral da ONU (порт.). Negócios (5 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2016.
- ↑ António Guterres (порт.). infopedia.pt (10 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2016.
- ↑ 1 2 3 Новый генсек ООН: кто такой Антониу Гутерриш? BBC (5 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2016.