Аракүл Шихандары

Аракүл шихандары (рус. Аракульские Шиханы) — Силәбе өлкәһендә, Урта һәм Көньяҡ Урал сигендә урынлашҡан үҙенсәлекле тәбиғәт һәм археологик ҡомартҡы. Был ике километрға һуҙылған ҡая массивы, бейеклеге 80 метрға тиклем гранит тоҡомдар сылбырын күрһәтә. Ҡаяның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 563 м, күл кимәленән 262 м. Аракүл шихандары шул уҡ исемдәге Аракүлдең көньяҡ-көнбайышында Вишневогорск ауылы һәм Үрге Өпәйле ҡалаһы янында урынлашҡан.

undefined
undefined
undefined
undefined

Атамаһы

«Шихан» атамаһы төрки сығышлы һәм «түбә» йәки «ҡалҡыулыҡ» тигәнде аңлата. «Аракүл» һүҙе, бер версия буйынса, башҡортсанан «тауҙар араһындағы күл» тип тәржемә ителә. Ысынлап та, Аракүл тау-ара бассейнда урынлашҡан һәм һыу үтә күренмәлелеге (7 метрға тиклем), матур пляждары һәм балыҡтар күплеге менән айырылып тора[1].

Ландшафт һәм серле таш туҫтаҡтар

Аракүл тауы һәм уның ҡая массивы Силәбе өлкәһендә иң матур урындар иҫәбенә инә. Ҡая стенаһы ҙур гранит плиталарҙан һалынған. Бигерәк тә Чемберлен түбәһе иғтибарға лайыҡ, унда 11 күл, сейә тауҙары һәм Урал урмандары панорамалы күренеш асыла. Шихандың көнсығыш битләүе 60 метрға тиклем бейеклектәге текә ҡаяларҙан тора, уларҙы ҡаяға менеүселәр ярата. Ҡая ҡоролмаларының сәйер формалары халыҡ араһында популяр исемдәр ала: Таш баш, Ҡарсыҡ, Пальма һәм башҡалар. Шихандар биләмәһендә эсенә инеп өйрәнеү мөмкинлеге булған бер нисә бәләкәй мәмерйә бар. Был серле урындар спелеология һөйөүселәргә ҡыҙыҡлы.

Шихандар итәгендә таҙа һыуы, матур ярҙары менән дан тотҡан Аракүл күле урынлашҡан. Йылы миҙгелдә бында һыу инергә, балыҡ тоторға йәки пикник үткәрергә мөмкин. Ҡыш көнө күл боҙ менән ҡаплана, туңған ер өҫтөндә йөрөү өсөн шәп урынға әйләнә[2].

Таш диуар өҫтәндә урынлашған «таш туҫтаҡтар» шихандарҙың геоморфологик үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Йәйге осорҙа был ҡатламдарҙың ҡайһы берҙәре һыу менән тула, уларҙа тәбиғи ванналар итеп һыу инергә мөмкин. Уларҙың барлыҡҡа килеү гипотезаһы тау тоҡомдарының термик емерелеүе менән бәйле, сөнки боронғо кешеләре бер үк урында ут яҡҡан. Был версия археологик тикшереүҙәр ваҡытында табылған күмер һәм көл менән раҫлана. Әммә был усаҡтарҙың аныҡ функциональ тәғәйенләнеше — ритуалмы, производствомы йәки сигналмы — хәҙерге ваҡытҡа тиклем бәхәсле ҡала[3][4].

Археологик тикшеренеүҙәр

2000 йылдарҙан башлап алып барылған археологик тикшеренеүҙәр энеолит һәм бронза быуаттарына ҡараған егермеләп урында тапты.

Ҡаяларҙа тимер быуаттың боронғо кешеләре йәшәгән урындар эҙҙәре, шулай уҡ орнаментлы билбаулы менгир (рус.)баш. һәм неолит дәүеренең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре табылған. Күл тирәһендә тәүтормош общиналары йәшәгән, тау түбәләрендә культ урындары булған.

Боронғо коралл рифтары ҡалдыҡтары һәм ҡаҙылма диңгеҙ организмдары миллион йылдар элек Аракул шиханының диңгеҙ һыуы аҫтында булыуын күрһәтә.

XX быуат башынан Аракүл күлендә Уралда тәүге балыҡ инкубаторы эшләгән, унда форель һәм аҡбалыҡ үрсетелгән. Совет осоронда ул районда иң ҙуры булған. XXI быуат башына предприятие эшмәкәрлеген туҡтата һәм ташландыҡ хәлгә килә[3].

Туризм һәм һаҡлау статусы

Бөгөн Аракүл шихандары популяр туристик йүнәлеш булып тора. Был урын үҙенең тәбиғи матурлығы менән генә түгел, ә боронғо тарихҡа ҡағылыу мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡлы. Бында альпинистар, фотографтар, археологтар һәм әүҙем ял яратыусылар килә. 1969 йылда Аракүл күле һәм уның эргәһендәге территориялар төбәк әһәмиәтендәге гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алды[1].

Шиханыға барып өсөн төп ике юл бар:

Йәйәү — Силәбенән йәки Екатеринбургтан Силач станцияһына ҡала яны поезына ултырығыҙ (поездар тәүлегенә ике тапҡыр йөрөй), артабан урман аша сәғәт ярым самаһы йәйәү барырға.

Машинала — Екатеринбург — Силәбе шоссеһынан Кәҫле, Вишневогорск һәм Аракүл ауылдарына боролорға. Машинаны Аракүлдә йәки Силач станцияһында ҡалдырып, күл яғана йәйәүләп барырға мөмкин. Екатеринбургтан — яҡынса 140 км, Силәбенән — яҡынса 130 км[3][5].

Аракүл күленә тауҙан күренеш
Аракүл күленә тауҙан күренеш

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 В Челябинской области появится еще один природный парк. Южноуральска панорама (24 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  2. Путешествие на Аракульские шиханы:встреча с Уральской природой. Журнал путешествий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  3. 1 2 3 Павел Распопов, Анатолий Бабушкин. Аракульский Шихан и озеро Аракуль. Ураловед (6 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  4. Аракульские шиханы. Южный Урал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.
  5. Максим Теплышов. Аракульский шихан: чем интересен древний скальный массив. Biglion. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2025.

Һылтанмалар