Арам MP3
Биографияһы
Арам Саркисян 1984 йылдың 5 апрелендә Ереванда тыуа. Бала сағынан ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға хыяллана һәм мәктәптә уҡыған сағында уҡ хорҙа йырлай, мәктәп сараларында һәм театр постановкаларында ҡатнаша. 2006 йылда Ереван дәүләт медицина университетын фармацевт һөнәре буйынса тамамлай.
Студент сағынан КВН-дарҙа, «Ике йондоҙ» телепроектында, танылған йырсыларға пародиялар тыуҙырып, «32 теш» юмористик проектында ҡатнаша. Байтаҡ ҡына телетапшырыуҙарҙың алып барыусыһы була. Әлеге ваҡытта «Vitamin Club» юмористик проектында сығыш яһай.
Телетапшырыуҙарҙың береһендә коллегаларының береһе уны, шаяртып, «MP3», тип атай, шунан алып был ҡушамат уның сәхнә исеменә әйләнә.
Евровидение 2014
Дискографияһы
Синглы
- «Shine» (2013)
- «If I Tried» (2013)
- «Just Go On» (2013)
- «Not Alone» (2014)
- «Help» (2014)
- «Magic» (2014)
- Help (2015)
- Asa (2016)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Aram MP3 // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ 1 2 «Aram Mp3 to represent Armenia in Copenhagen»
- ↑ 1 2 «Armenia: Aram MP3 to represent Armenia in Copenhagen» 2014 йылдың 1 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 «Aram MP3 to sing „Not Alone“ for Armenia»
- ↑ 1 2 «Armenia: „Not Alone“ presented»
- ↑ «Premiere of Armenian entry on March 14th»
- ↑ Кто выиграет Евровидение-2014 // Delfi, 30 апреля 2014 г.