Ароматик берләшмәләр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бензол — Киң таралған ароматик берләшмәләр вәкиле

Ароматик берләшмәләр — эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр.

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ароматик берләшмәләр ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен, фуран) һәм уларҙың сығарылмалары , ш. уҡ аннулендар (циклооктатетраен), ҡайһы бер органик булмаған цикллы берләшмәләр (боразол) инә. Ароматик берләшмәләр иң мөһим үҙенсәлеге — химик тотороҡлолоҡ, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын циклда һаҡлауға, алмашыныу продукттарын барлыҡҡа килтереүгә ынтылыш. Рәсәйҙә эшләп сығарылған ароматик берләшмәләр дөйөм күләменең 30%‑тан ашыуы Башҡортостанда нефть сеймалынан һәм пиролиз ыҫмалаһынан етештерелә. Ароматик углеводородтарҙың (АУ) С7—С9 фракциялары эреткестәр һәм бензиндың юғары октанлы компоненттары сифатында, айырым төрҙәре (бензол, толуол, ксилолдар, аҙ миҡдарҙа псевдокумол, дурол, нафталин) нефтехимия синтезында файҙаланыла. Алкил сығарылмалы АУ бензолды һәм уның гомологтарын олефиндар менән алкиллаштырыу ярҙамында алына. Полистирол һәм кумол (фенол һәмα-метилстиролетештереү өсөн сеймал) алыу өсөн ҡулланылған этилбензолдың ҙур күләмле производствоһы бар. Алкил сығарылмалы АУ шулай уҡ синтетик йыуыу саралары һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләр етештереүҙә, ике алкил сығарылмалы АУ ион алмаштырыусы ыҫмалаларҙы синтезлау, галоид сығарылмалы АУ гербицидтар, буяуҙар, биол. актив препараттар алыу өсөн файҙаланыла. Ароматик кислоталар һәм ангидридтарполимерҙар, алкид ыҫмалалары, пластификаторҙар, полиэфир сүстәр алыу өсөн сеймал хеҙмәтен үтәй. Фталле ангидрид пластификаторҙар, алкид ыҫмалалары етештереүҙә ҡулланыла.

Башҡортостанда етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

20 быуаттың 60-сы йылдарында Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда сәнәғәттең электроника, электротехника тармаҡтары өсөн юғары темпеатураға айырыуса сыҙамлы полиимид плёнкалар, сүстәр яһау өсөн пиромеллит диангидридын синтезлау технологияһы уйлап табыла (Р.М.Мәсәғүтов, Ю.В.Чуркин). Псевдокумолдан алынған тримеллит ангидридынан юғары температураға (220°С тиклем) сыҙамлы эмаль, лак сифатында ҡулланылған полимерҙарҙы синтезлайҙар. 80-се йй. Химия институтындатында дарыуҙар, гербицидтар, буяуҙар һ.б. сығарыуҙа ҡулланылған пиридин, дипиридин, хинолин, фенантролин кеүек гетероароматик берләшмәләрҙе синтезлауҙың яңы ысулдары эшләнә (У.М.Джемилев, Ф.А.Сәлимов, Г.А.Толстиков). А.б. һәм улар нигеҙендәге продукттарҙың биол. тарҡалыуы түбән булыу сәбәпле, улар м-н эшләгәндә һәм ҡалдыҡтарын эшкәрткәндә хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәү талап ителә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Харлампович Г.Д., Чуркин Ю.В. Фенолы. М., 1974; шул уҡ. Использование ароматических углеводородов //Журнал Всесоюзного химического общества им. Д.И.Менделеева. 1977. Т.22. Вып.1;
  • Эфрос Л.С., Горелик М.В. Химия и технология промежуточных продуктов. Л., 1980;
  • Овчинников В.И., Назимок В.Ф., Симонова Т.А. Производство терефталевой кислоты и её диметилового эфира. М., 1982.
  • Дж. Марч. Органическая Химия. Реакции, механизмы и структура. 1 том.
  • Керри. Сандберг. Органическая химия. Механизмы реакций. 1 том.
  • Химическая Энциклопедия в 5 томах. ред. И. Л. Кнунянц. 1 том.

Ҡалып:Углеводороды Ҡалып:Органические вещества Ҡалып:Шаблон:Органическая химия

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]