Артюхов Александр Викторович

Александр Викторович Артюхов (рус. ; 1970 йылдың 20 июле, Уральск) — Рәсәй дәүләт һәм эшҡыуары, 2015 йылдың июленән 2023 йылдың 31 ғинуарына тиклем «Берләшкән двигателдәр корпорацияһы» генераль директоры. 2023 йылдың 1 февраленән — «Ростек» дәүләт корпорацияһында авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған инженер-механик. 3-сө, 4-се, 5-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай делегаты.[5] «Рәсәй инженер-механиктар союзы» йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк советы бюроһы ағзаһы.

Биографияһы

Александр Викторович Артюхо́в 1970 йылдың 20 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Уральск ҡалаһында тыуған.

1988—1990 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «машиналар эшләүҙә иҡтисад, ойоштороу һәм механизация» һөнәре буйынса, 1998 йылда — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «финанс менеджменты» һөнәре буйынса тамамлай.

Һөнәри эшмәкәрлеге

1993 йылдан 2005 йылға тиклем — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционер йәмғиәте генераль директорының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс бүлеге начальнигы.

2005—2006 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең башҡарыусы директоры;

2006—2011 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры;

2011—2015 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры;

2015 йылдың июленән 2023 йылдың 31 ғинуарына тиклем УЭС акционерҙар йәмғиәте («Ростек» дәүләт корпорацияһы составына инә) генераль директоры була[1][2].

2023 йылдың 1 февраленән «Ростех» дәүләт корпорацияһында авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры була[3].

Берекмә етәксеһе

Александр Артюхов етәкселек иткән «УМПО» Асыҡ акционер йәмғиәте — «Берләштерелгән двигателдәр төҙөү корпорацияһы» акционер берекмәһе структураһына ингән иң уңышлы эшләүсе предприятиеларҙың береһе. 2010 йылдан башлап һуңғы биш йыл эсендә берекмәнең тауар продукцияһын етештереү күләмдәре икеләтә арта. 2014 йылда етештереү күләме, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 7,1 млрд һумға артып, 42 млрд. 870 млн һум тәшкил итә (НДС-һыҙ), 2013 йылға ҡарата тауар продукцияһын сығарыуҙың үҫеш темпы — 110,6 %. Компания һигеҙ йыл рәттән корпорация предприятиелары араһында һатыуҙан алынған аҡса күләме буйынса 1-се урында бара. 2014 йылда был күрһәткес 48 млрд. 974 млн һум тәшкил итә. Етештереүҙең дөйөм күләмендә Дәүләт оборона заказының өлөшө 2013 йылдағы 36,2 проценттан 2014 йыл йомғаҡтары буйынса 42,5 процентҡа барып етә.

Ғаиләһе: өс ҡыҙы һәм улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009).
  • Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Рәхмәт хаты (2010).
  • Почёт ордены (2013).
  • Рәсәйҙең ФСВТС-һының Отличие билдәһе (2015).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2016).
  • «Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн» ордены (2017).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018).

Иҫкәрмәләр

  1. В ОДК сменили главную деталь // Коммерсантъ. Архивировано 1 июнь 2021 года.
  2. Врио генерального директора ОДК назначен Вадим Бадеха. rostec.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
  3. Генеральный директор ОДК возглавит авиационные программы Госкорпорации Ростех. rostec.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Категориялар