Архивтар көнө
Архивтар көнө — киң йәмәғәтселектең һәм ҡарарҙар ҡабул итеүсе кешеләрҙең иғтибарын архивтарҙың ҡаҙаныштарына һәм проблемаларына йүнәлтеү өсөн булдырылған иҫтәлекле дата. Архив хеҙмәткәрҙәре тарафынан һөнәри байрам булараҡ билдәләнә.
Халыҡ-ара архивтар көнө
Халыҡ-ара архивтар советының 2007 йылдың ноябрендә үткән конференцияһында ойошма булдырылған дата — 1948 йылдың 9 июне Халыҡ-ара архивтар көнө тип билдәләнә[1].
Рәсәйҙә архивтар көнө
Рәсәй федераль архив хеҙмәтенең 2003 йылдың 5 мартындағы коллегияһы ҡарары менән архив хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы тип 10 март билдәләнә[2]. Уның тарихы 1720 йылға барып тоташа, сөнки 28 тап ошо йылдың 28 февралендә (яңы стиль менән 10 март) Пётр I Рәсәйҙең беренсе дәүләт актына — «Генеральный регламент или Устав»ҡа — ул ҡуя. Ул илдә дәүләт идаралығы нигеҙҙәре ойоштороуҙы билдәләй һәм барлыҡ дәүләт власть органдарында архивтар һәм актуарис — «хаттарҙы тәртип буйынса йыйып барыусы, теркәүсе, биттәрен билдәләүсе...» . вазифаһын индерә. Ошо указ Рәсәй дәүләт архив хеҙмәтенә нигеҙ һала.
2002 йылға тиклем архивсылар һөнәри байрамдарын 1 июндә билдәләй. Был көндә 1918 йылда РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы «РСФСР-ҙа архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү тураһында» декрет ҡабул итә. Ошо уҡ декрет менән архив эше менән идара иткән дөйөм Рәсәй органы — Архив эшенең баш идаралығы (хәҙер — Рәсәйҙең федераль архив агентлығы, Росархив) ойошторола.
1992 йылда, архивсы В. Д. Есаков Археографик комиссияның махсус ултырышын үткәрергә тәҡдим итә. Уны С. О. Шмид менән Р. Г. Пихоя хуплай. 31 мартта — Рәсәй архив эшмәкәрлеге союзы ойошторолған көндә (1917 йылдың 18 (31) март) уҙған ултырышта был датаны байрам итеп билдәләү ҡарары ҡабул ителә. Күпмелер ваҡыт был көн архив хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы тип һанала[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Рәсәй архивтары
Иҫкәрмәләр
- ↑ International Archives Day. The International Council on Archives (ICA). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2015. Архивировано из оригинала 2 апрель 2015 года.
- ↑ О Дне архивов. Решение коллегии Федеральной архивной службы России (5 март 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2015. Архивировано из оригинала 24 март 2015 года.
- ↑ А всё начиналось в Благушах // Владимир Дмитриевич Есаков: биобиблиографический указатель. — М.: АИРО-XXI, 2007. — 101 с. — (АИРО-биобиблиография). — ISBN 978-5-91022-060-1.