Аршын мал алған (фильм,1945)
Аршын мал алған | |
Композитор | |
---|---|
Хореограф | |
Ролдәрҙә | |
Оҙайлылыҡ | 96 Минут |
Кинооператор | |
Жанр | кинокомедия[d][1] и немое кино[d] |
Режиссёр | |
Етештереүсе компания | Әзербайжанфильм[d] |
Атамаһы | әзерб. Arşın Mal Alan |
Төҫ | чёрно-белое кино[d] |
Әҫәр яҙылған тел | урыҫ теле |
Сценарист | |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1945 |
Ил | |
Стоимость | 5 807 000 ₽ |
«Аршын мал алған» — әзербайжан музыкаль комедияһы, фильм Ғөзәйер Һажибәковтың «Аршын мал алған» опереттаһы буйынса төшөрөлгән. Фильм 86 телгә тәржемә ителгән[2].
Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнсығышта егет кеше кәләш итеп алырға теләгән ҡыҙҙың йөҙөн туйға тиклем күрә алмай, шуға күрә бай егет Әскәр, дуҫы Сөләймәндең кәңәшен тотоп, урамда туҡыма һатып йөрөүсе — «аршын малсы» булып кейенә. Был һатыусылар ҡатын-ҡыҙ булған өйҙәргә инеп, әйберҙәрен тәҡдим иткән, ә туҡымалар ҡараған саҡта ҡатын-ҡыҙ уларҙан йөҙөн йәшермәгән. Аршын малсы булып алған Әскәр хәҙер теләгән өйгә инеп, үҙенә кәләш һайлай ала. Фильмды ҡарауы күңелле — унда бик күп йыр — көлкө, мәрәкәләшеү, иң мөһиме — мажара барыһы өсөн дә һәйбәт тамамлана.
Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәшид Бәһбутов — Әскәр, йырсы.
- Ләйлә Бәдирбейли (Джаванширова) — Солтанбәк ҡыҙы Гәлчәһрә ролен башҡара, Мария Титаренко йырлай
- Исмаил Әфәндиев — Сөләймән
- Рәхилә Мәликова (Мостафаева) — Асия, Солтанбәктең ҡәрендәше
- Алекпер Гусейн-заде — Солтанбәк (вокал — әлегә билдәһеҙ)
- Минаввәр Ҡалантарлы — Джахан, Әскәрҙең апаһы, йырлай
- Лотфали Абдуллаев — Вәли, Әскәрҙең хеҙмәтсеһе (Рәшид Бәйбутов йырлай; фильмдың аҙағында актёр Л. Абдуллаев әзербайжан телендә үҙе йырлай)
- Фатима Мәһрәлиева — Телли, Солтанбәктең хеҙмәтсеһе (Антонина Клещёва йырлай)
- Мирза Аға Алиев — Мәшәди Ибәд[3]
Фильмды төшөргән төркөм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Либретто яҙыусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- сценарий авторы: Сабит Рахман
Режиссёрҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ҡуйыусы режиссёрҙар: Рза Тәхмәсиб; Николай Лещенко
- 2-се режиссёр: Исмаил Әфәндиев (актёр)
Операторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ҡуйыусы операторҙар: Али-Саттар Атакишиев; Мөхтәр Дадашев
Музыка бүлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- композиторы: Үзәйер Һәжибәков
- дирижёры: Ниязи
- йырҙарҙы эшкәртеүсе һәм урыҫ теленә тәржемәсеһе: Татьяна Стрешнева
Фильм менән бәйле ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фильм Мао Цзэдунға бик ныҡ оҡшай, ул хатта Ҡытайҙа «Япма аҫтында ғишыҡ» («Любовь под одеялом») тигән фильмдың яңы вариантын төшөрөргә ҡуша (ҡытайҙар япма, одеяло тип чадраны атай)[4].
- Фильм донъяның 136 илендә күрһәтелә. СССР-ҙа кинотеатрҙарҙа ай ярым эсендә 16 миллион кеше ҡараған. Рәшид Бәйбутов ҡатнашлығындығы 1945 йылда төшөрөлгән «Аршын мал алған» фильмы бик күп аҡса килтергәнен иҫләп, 1965 йылда СССР-ҙағы «Союзэкспорткино» дәүләт ойошмаһы Баҡы киностудияһына яңы төҫлө фильмға заказ бирә. Шулай итеп, режиссёр Тофиҡ Таһизаде тағы бер тапҡыр «Аршын мал алған» (фильм, 1965) — Үзәйер-бәк Һәжибәковтың әҫәрен экрандарға сығара. Ике телдә — әзербайжан телендә һәм урыҫ телендә сыҡҡан был яңы фильмды тамашасылар тәүгеһе һымаҡ яратып ҡарамай, ләкин икенсе фильм техник яҡтан камилыраҡ була.
- 2013 йылда билдәләнгән опереттаның йөҙ йыллығына AtaHolding компаниялар төркөмө Peachline агентлығы менән берлектә фильмды реставрациялай һәм буяй. Шулай итеп, төҫлө фильм барлыҡҡа килә. Реставрация һәм буяу Голливуд белгестәре тарафынан эшләнә, тик әзербайжан версияһы ғына реставрациялана. Фильмдың русса версияһы һаман да төҫһөҙ килеш ҡала[5].
Тағы ла ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аршин мал алан (фильм, 1937)
- Аршин Мал-Алан (фильм, 1965)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.imdb.com/title/tt0037520/
- ↑ Аршин Мал Алан, или как Сталин приказал "Голливуд переплюнуть" (рус.), trud.ru (17 апреля 2003).
- ↑ Был герой Һәжибәковтың «Тегеһе булмаһа, быныһы» («Не та, так эта») исемле икенсе опереттаһынан алынған. Баҙарҙағы күренешкә эпизодты байытырлыҡ үҙенсәлекле фигура булараҡ индерелә
- ↑ Основанный на этом факте вопрос был задан знатокам игры «Что? Где? Когда?» 16 октября 2009. Автор вопроса — Фархад Шахвеледов.
- ↑ Как раскрасили фильм «Аршин мал алан»?
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Аршин мал алан» «Энциклопедия отечественного кино» сайтында (рус.)
- Рассказ о фильме на сайте telespektakli.ru 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- «Аршин мал алан». Либретто Узеира Гаджибекова