Арыҫлан ҡойроғо


Арыҫлан ҡойроғо рус.  Пусты́рник пятило́пастный,лат. Leonúrus quinquelobátus) — Һаңғырау кесерткән һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-2 м тирәһендә, июнь-август айҙарында алһыу миләүшә төҫөндә сәскә ата. Орлоғо август-сентябрҙә өлгөрә.

Таралыуы

Яҡын Көнсығыш, Европа, Үҙәк Азия, Себерҙә таралған. Башҡортостандың бөтә райондарында ла үҫә. Ташландың ерҙә, юл буйҙарында, соҡор тирәһендә күпләп осратырға мөмкин.

Leonurus cardiaca Sturm41.jpg
Арыҫлан ҡойроғоЯкоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация

Әҙәбиәт

  • Иллюстрированный определитель растений Ленинградской области / Под ред. А. Л. Буданцева и Г. П. Яковлева. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 493, 500—501.— ISBN 5-87317-260-9.
  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1

[Категория:Медоносы]]

Категориялар