Арҡауыл (Өфө ҡалаһы ҡала округы)
Арҡауыл — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл. Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районына буйһонған Турбаҫлы ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан.
Ауылда бер урам: Шөғөр. Ауыл янынан Шөғөр йылғаһы ағып ята. Өфөнөң бер урамына ауыл атамаһынан алынған буйынса Арҡауыл исеме бирелгән.
Тарихы
1996 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы составында[2].
Халыҡ һаны
2002 йылда ауылда 71 кеше йәшәгән (45%-ы татарҙар һәм 44%-ы башҡорттар яҙылған).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ ЗАКОН Республики Башкортостан от 21.02.97 № 75-з (ред. от 21.06.2006) "О ВКЛЮЧЕНИИ В СОСТАВ ГОРОДА УФЫ ТУРБАСЛИНСКОГО СЕЛЬСОВЕТА БЛАГОВЕЩЕНСКОГО РАЙОНА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН … 2014 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.