Асеева Татьяна Александровна
Татьяна Александровн аАсеева (рус. Асеева Татьяна Александровна; 1959 йылдың 21 ғинуары, Владивосток) — Рәсәй ғалимы-тупраҡ фәне белгесе, үҫемлекселек, тупраҡтың уңдырышлығы һәм ашламалар ҡулланыу технологиялары өлкәһендә белгес, ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2012), Рәсәй Фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2019).
Биографияһы
Татьяна Александровна Асеева 1959 йылдың 21 ғинуарында Владивосток ҡалаһында тыуған.
1982 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын «тупраҡ фәне» белеме буйынса тамамлағандан һуң унда ғилми хеҙмәткәр сифатында ҡалдырыла.
1995 йылда «Продуктивность яровой пшеницы в зависимости от погодных условий и плодородия тяжелосуглинистых почв Среднего Приамурья» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2009 йылда «Агроэкологические основы формирования урожайности зерновых культур и сои в условиях Среднего Приамурья» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай
1982 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан — Тупраҡ уңдырышлығы һәм ашламалар технологияһын ҡулланыу лабораторияһы мөдире, 1996 йылдан 2011 йылға тиклем — ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары, 2012 йылдан — директор һәм 2018 йылдан бер үк ваҡытта — Алыҫ Көнсығыш ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында баш ғилми хеҙмәткәр, Т. А. Асеева етәкселегендә үҫемселектә халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлек әүҙемләштерелә. 2017 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Цзилинь провинцияһы ауыл хужалығы фәндәренең Ғилми-тикшеренеү академияһы үҙәге һәм Алыҫ Көнсығыш ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү үҙәге асыла[1].
2012 йылдан Тымыҡ океан дәүләт университетының геодезия һәм ер төҙөлөшө кафедраһы профессоры, тупраҡ фәне буйынса лекциялар курсын уҡый[2][3].
2003 йылдан Алыҫ Көнсығыш университеты янында диссертация советы ағзаһы, Бөтә Рәсәй игенселек һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау ғилми-тикшеренеү институтында һәм Органик ашламалар һәм торф бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында фәнни-техник советы ағзаһы, Хабаровск крайының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы ҡарамағындағы коллегия ағзһы[1]. Т. А. Асеева — «Дальневосточный аграрный Вестник» журналының мәхәрририәт ағзаһы, Алыҫ Көнсығыш аграр ғилми үҙәгенең ФГБНУ Президиумы ағзаһы[4].
2019 йылдың 14 ноябрендә Рәсәй Фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, РФА Алыҫ Көнсығыш бүлегенең ағзаһы, РФА Ауыл хужалығы фәндәре бүлегенең Үҫемселек секцияһы һәм үҫемлектәр биотехнологияһы буйынса ағзаһы итеп һайлана[5].
Ғилми хеҙмәттәре
- Алыҫ Көнсығыштың уңайһыҙ тупраҡ-климат шарттарында иген культуралары һәм сояның адаптив сифатлы сорттарының формалашыуын тикшереү;
- үҙгәреүсән тирә-яҡ мөхит шарттарында сорттарҙың уңышлылыҡ һәм тотороҡлоҡ буйынса адаптив потенциалының иҫәп-хисап формулаһын эшләү;
- гидротермик һәм тупраҡ шарттарынан бәйле уңыштың һәм уның структуралы компоненттарының формалашыу законлыҡтарын асыҡлау;
- Алыҫ Көнсығыш үҫемлекселегендә яңы фәнни йүнәлеш — продуктлылыҡтың һәм экологик тотороҡлоҡтоң юғары потенциалы менән сорттар һайлау иҫәбенә артым булдырыла;
- тирә-яҡ мөхиттең уңайһыҙ шарттарында сәсеү структураларын камиллаштырыу һәм химиялаштырыу сараларын рациональ ҡулланыу нигеҙендә потенциаль продуктлылыҡтан иген культураларының һәм сояның сәсеү әйләнешендә сорттың 50 проценттан да кәм булмаған һәм оптималь шарттарҙа 80 % кәм булмаған продуктлыҡ сифатын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин иткән яңы сорттарҙың инновацион технологияларын әҙерләү.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
Төп сығанаҡ: [6]
- Хабаровск крайының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
- Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының Почет грамотаһы (2005);
- Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы дипломы (2008);
- Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт ҡағыҙы (2010);
- Хабаровск крайы губернаторының Почет ҡағыҙы (2013);
- Хабаровск ҡалаһы башлығының Рәхмәт ҡағыҙы (2019 йыл);
- Рәсәй Фәндәр академияһының Почет грамотаһы (2019 йылдың 17 ғинуарындағы 10105-30-сы һанлы — «Рәсәй фәне файҙаһына күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, «Рәсәй Алыҫ Көнсығыш» Федераль дәүләт бюджет учреждениеһында үткәрелгән фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәргә практик өлөш индергәне өсөн» юбилейы менән"))[7];
- Оҙаҡ йыллыҡ емешле хеҙмәте һәм ауыл хужалығы фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Фәндәр академияһының Почет грамотаһы (2024)[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Асеева Татьяна Александровна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020. 2020 йылдың 25 март көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тег дөрөҫ түгел: «Асеева Татьяна Александровна» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Асеева Татьяна Александровна: расписание занятий ТГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020.
- ↑ Асеева Татьяна Александровна: расписание занятий ТГУ. ТГУ. Дата обращения 8 марта 2020.
- ↑ Асеева Татьяна Александровна. Хабаровский край. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020. 2020 йылдың 25 март көнөндә архивланған. Был һылтанма биттә 2 тапҡыр ҡулланыла.
- ↑ Профиль Татьяна Александровна Асеева РФА рәсми сайтында
- ↑ Рапоряжение РАН. РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2020. Архивировано 25 ғинуар 2025 года.
- ↑ Поздравляем Татьяну Александровну Асееву с 65-летием! www.khfrc.ru (24 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
- ↑ Асеева Татьяна Александровна. 300 лет Российской Академии наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Профиль Татьяна Александровна Асеева РФА рәсми сайтында
- Асеева Татьяна Александровна: направление деятельности (неопр.). РАН. Дата обращения 8 марта 2020.
- Татьяна Асеева избрана в Российскую Академию наук (неопр.). Тихоокеанская звезда. Дата обращения 8 марта 2020.