Аслы Эрдоған
Аслы Эрдоған | |
---|---|
төр. Aslı Erdoğan | |
Тыуған көнө | 8 март 1967[1][2] (57 йәш) |
Тыуған урыны | |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | писательница, правозащитница, учёная-физик, колумнистка |
Наградалары һәм премиялары |
Тухольский премияһы[d] (2016) премия Бруно Крайского[d] (2017) премия мира имени Эриха Марии Ремарка[d] (22 сентябрь 2017) премия Симоны де Бовуар[d] (2018) медаль Теодора Хойса[d] (2017) honorary doctor of the University of Picardie Jules Verne[d] премия «За свободу и будущее медиа»[d] (2017) Тухольский премияһы[d] (2016) |
Сайт | aslierdogan.com (төр.) (инг.) |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Эрдоған Аслы (8 март 1967 йыл) — төрөк яҙыусыһы, физик, хоҡуҡ һаҡлаусы һәм колумнист.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аслы Эрдоған 1967 йылда Истанбулда тыуған. 1983 йылда Роберт-колледжын тамамлай, 1988 йылда — Босфор университетын. 1991 йылдан 1993 йылға тиклем Ядро тикшеренеүҙәре буйынса Европа ойошмаһында (ЦЕРН) эшләй, эше һөҙөмтәләре буйынса Эрдоғанға Босфор Университеты тарафынан тәбиғи фәндәр буйынса магистр дәрәжәһе бирелә. Эрдоған һуңғараҡ Рио-де-Жанейрола физика менән шөғөлләнә, 1996 йылда Төркиәгә ҡайта һәм яҙыусы булып китә.
Аслы Эрдоғандың тәүге «Последняя прощальная записка» әҫәре 1990 йылда Юнус Надиҙың яҙыусылар конкурсында өсөнсө урынды яулай. Эрдоғандың беренсе «Kabuk Adam» романы 1994 йылда баҫылып сыға, уның артынан 1996 йылда «Mucizevi Mandarin» хикәйәләр йыйынтығы килә. 1997 йылда Аслы Эрдоғандың «Деревянные птицы» хикәйәһе «Deutsche Welle» ойошторған конкурста еңеүсе була, икенсе «Kırmızı Pelerinli Kent» романы киң танылыу ала һәм инглиз теленә тәржемә ителә. 1998 йылдан 2000 йылға тиклем Эрдоған Пен-клуб ойошторған төрмәләрҙәге яҙыусылар комитетына инә. 1998 йылдан алып «Radikal» гәзитендә колонка алып бара[3].
2011 йылдан «Özgür Gündem» гәзитендә колонка алып бара, унда ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнән көс ҡулланыу проблемалары, тотҡондарҙың йәшәү шарттары һәм курдтарҙың хоҡуҡтары тураһында яҙа[4].
2016 йылда Краковта ICORN яҙыусы-резидент булып һайлана[3].
Эрдоған Аслы һәм Дениз Юджель 2017 йылда Киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеүҙең Лейпциг фонды биргән «Киң мәғлүмәт сараларының азатлығы һәм киләсәге» премияһына лайыҡ була. Алдағы йылдарҙа был награда лауреаттары булып Әхмәт Алтана, Нәҙим Шенер һәм Джан Дюндар тора[5][6].
Эрдоғандың күп әҫәрҙәре француз теленә тәржемә ителгән[7]. Аслы Эрдоғандың эштәре шулай уҡ босния, дания, болгар, фламанд, немец, швед, әрмән һәм нидерланд телдәренә тәржемә ителгән[3][8].
Ҡулға алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылда түңкәрелеш маташыуынан һуң «Gündem Özgür» баҫмаһы Фәтхулла Гүлән хәрәкәте менән бәйләнештә ғәйепләнә һәм шул уҡ йылдың авгусында ябыла. Бынан һуң «Özgür Gündem» гәзитенең 20 хеҙмәткәре ҡулға алына, тиҙҙән уларҙың күбеһе сығарыла, ләкин дүртәүһе, шул иҫәптән Аслы Эрдоған, төрмәлә ҡалдырыла[4]. Уларҙы Төркиәлә террористик ойошма тип танылған Курдистан эшселәр партияһы ағзалығында ғәйепләйҙәр[9].
«Cumhuriyet» баҫмаһына биргән интервьюһында астма һәм хроник үпкә сире менән ауырыған Аслы Эрдоған, төрмәлә тейешле дарыуҙар ала алмағанлығы тураһында белдерә. Ошонан һуң "«ПЕН-клуб» Төркиә властарынан уға тейешле медицина хеҙмәтләндереүен талап итә[10][11].
2016 йылдың 17 ноябрендә Франция яҙыусылары Франция властарына Аслы Эрдоған һәм Нәжмиә Алпайҙы азат итеүҙе талап итеп мөрәжәғәткә ҡул ҡуя. Аньес Дезарт был мөрәжәғәтте Франция президенты Франсуа Олландҡа ебәрә[7].
2016 йылдың 30 декабрендә Аслы Эрдоған ғәйепһеҙ тип табыла һәм төрмәнән башҡа ике элекке «Özgür Gündem» хеҙмәткәрҙәре Нәжмиә Алпай һәм Кая Зана менән сығарыла[9].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Asli Erdogan // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ Asli Erdogan // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Krakow Is a Shelter for a New ICORN Fellow, Aslı Erdoğan
- ↑ 4,0 4,1 Глава Союза журналистов Турции: «Перед судом предстала журналистика»
- ↑ A symbol of solidarity — Two more Turks honoured with Leipzig’s freedom of the press award 2017 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Два турецких автора награждены Лейпцигской премией в области СМИ
- ↑ 7,0 7,1 Французские писатели потребовали освободить Аслы Эрдоган
- ↑ Aslı Erdoğan . Дата обращения: 28 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 13 декабрь 2016 года. 2016 йылдың 13 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 Asli Erdogan and two others released from jail
- ↑ Turkey: Serious concerns for health of writer Asli Erdogan, denied water & medication 2017 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Turkey: Writer & human rights activist Asli Erdogan, held on terror charges 2016 йылдың 2 сентябрь көнөндә архивланған.