Ассам теле
Ассам теле (үҙ атамаһы অসমিয়া [асамия]) — индо-европа ғаиләһенең индо-арян төркөмө теле. Һиндостандың төньяҡ-көнсығышындағы Ассам штатында һәм күрше дәүләттәрҙә йәшәгән яҡынса 15 миллион кешегә туған теле. Ҡулайлаштырылған бенгал алфавиты нигеҙендә яҙыла.
Ассам теле бенгаль теле һәм ория теленә яҡын. Өс тел дә Пракриттың көнсығыш диалекты Магадханан килеп сыҡҡан. Ассам телендә һаҡланып ҡалған иң боронғо төргәктәр XIV быуатҡа, батша Дурлабнараян хакимлығына ҡарай. Ассам теленә ул йәшәгән осорҙа тибет-бурман һәм австроазиатик телдәр ҙур йоғонто яһай.
Фонология
Әҙәбиәт
- Бабакаев В. Д. Ассамский язык. — М.: Издательство восточной литературы, 1961. — 122 с. — (Языки зарубежного Востока и Африки).
Һылтанмалар