Атаевка (Башҡортостан)

Атаевка — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл. Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районына буйһонған Искин ауыл советына ҡарай[2][3].

Урынлашыуы

Өфө ҡалаһынан яҡынса 27 км көньяҡта һәм Өршәк станцияһынан 3 км көньяҡта урынлашҡан[4]. Йәнәшәлә Кесе Олокүл һәм Атаевка күле урынлашҡан.

Халҡы

Йыл 1865 1906 1920 1939 2002
Кеше 26 16 81 92 70

Тарихы

1777 йылда ауылға бәләкәй поместьелы дворяндар Атаевтар нигеҙ һала. 1865 йылда Алексеевка (Атаево) исеме аҫтында иҫәптә тора. Ауылдың тағы ла бер атамаһы Королевка.

1992 йылдың 6 февралендә Өфө районының Булгаков ауыл советы составына индерелә[5]. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының 1992 йылдың 17 апрелендәге «Өфө районы хужалыҡтарын Өфө ҡалаһының административ сиктәренә тапшырыу, ерҙәрҙе коллектив баҡсасылыҡ һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн биреү тураһында» (19.10.1992 № 347)[6] 100-сө һанлы ҡарар менән Искин ауыл советы составында Өфө ҡалаһының административ сиктәренә ҡушыла.

Урамдары

  • Атаев урамы;
  • Яңы Атаев урамы
  • 1-се Атаев урамы;
  • 2-се Атаев урамы;
  • 3-сө Атаев урамы;
  • 4-се Атаев урамы;
  • Юл урамы.

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Перечень сельских населённых пунктов в границах городского округа город Уфа Республики Башкортостан (в ред. решения Совета городского округа г. Уфа РБ от 23.11.2006 № 18/8)
  3. Приложение N 1 к решению Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан от 15 ноября 2007 г. 2014 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
  4. М. А Ильгамов. Атаевка // Башкирская энциклопедия: А-Б. — Науч. изд-во "Башкирская энциклопедия", 2005.
  5. УКАЗ Президиума ВС Башкирской ССР от 06.02.92 № 6-2/27 «О РЕГИСТРАЦИИ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ НА ТЕРРИТОРИИ УФИМСКОГО РАЙОНА» 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  6. ПОСТАНОВЛЕНИЕ Совета Министров РБ от 17.04.92 № 100 (ред. от 19.10.92) "О ПЕРЕДАЧЕ ХОЗЯЙСТВ УФИМСКОГО РАЙОНА В АДМИНИСТРАТИВНЫЕ ГРАНИЦЫ Г. 2013 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.