Атлас тауҙары
Атлас | |
---|---|
ғәр. جبال الأطلس | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 775 340 км² |
Оҙонлоғо | 2092 км |
Киңлеге | 1019 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Тубкаль |
Бейек нөктәһе | 4167[1] м |
Урынлашыуы | |
31°03′42″ с. ш. 7°54′57″ з. д.HGЯO | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Атлас тауҙары (ғәр. جبال الأطلس; атамаһы грек. Ἄτλας — грек мифологияһы титаны Атлас исеменән барлыҡҡа килгән) — Африканың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҙур тау системаһы. Атлас тауҙары Марокконың атлантик яр буйынан Алжир аша Тунис яр буйына ҡәҙәр һуҙылған[2][3][4].
Тәүҙә Атлас тип боронғо Мавритания сиктәрендә урынлашҡан тау системаһының көнбайыш һәм үҙәк өлөштәрен атағандар. Һуңыраҡ Котей (Спартель) морононан Габес ҡултығына тиклем булған бөтә тау системаһын берләштереп был исем менән атай башлайҙар[5].
Һырттарҙың оҙонлоғо — 2092 км. Иң бейек нөктәһе — Тубкаль тауы (4167 м), Марокконың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Атлас тауҙары һырттарҙан (Телль-Атлас, Юғары Атлас, Урта Атлас һәм Сахара Атласы), эске яйлаларҙан (Бейек яйлалар, Марокко Месетаһы) һәм тигеҙлектәрҙән тора.
Атлас тауҙары урта диңгеҙ һәм атлантик яр буйҙарын Сахара сүллегенән айырып тора. Бында башлыса ғәрәптәр һәм бәрбәрҙәр йәшәй.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Peakbagger.com
- ↑ Тунис. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000. Омск, Роскартография, 2004
- ↑ Большая советская энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — 3 издание. — М.: Сов. энциклопедия, 1970. — Т. 2. — С. 380.
- ↑ Словарь современных географических названий / (Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. — Электронное издание. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 28.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атлас, горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Атлас — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006 (рус.)
- Атлас — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә