Аустерлиц ҡаты һуғышы
Аустерлиц ҡаты һуғышы һәм Аустерлиц янындағы һуғыш мәҡәләләрен берләштерергә! |
Аустерлиц янындағы ҡаты һуғыш | |||
---|---|---|---|
Төп конфликт: Төп конфликт: Наполеон һуғыштары Өсөнсө коалицияның ҡаты һуғышы | |||
Дата | 20 ноябрь (2 декабрь) 1805 йыл | ||
Урыны | Аустерлиц, Моравия, Австрия империяһы | ||
Нәтижә | Рәсәй һәм Австрияның еңелеүе, 3-сө коалицияны юҡ итеү | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
|
|||
Командирҙар | |||
|
|||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
|
|||
Юғалтыуҙар | |||
|
|||
|
Аустерлицтағы һуғыш() — Наполеонға ҡаршы өсөнсө коалиция алып барған һуғыштарҙың иң мөһиме. Ул тарихҡа өс император (Австрия императоры ФранцII менән урыҫ императоры Александр I Франция императоры Наполеон I ҡаршы) көрәше исеме аҫтында ингән.
Гавгамелдағы һәм Кандағы көрәш менән бергә ул тарихҡа һаны яғынан байтаҡҡа өҫтөн торған дошманды ҡыйыу рәүештә еңеүҙе аңлатҡан һуғыш булған[1].
Көстәр һәм һуғышыусы дошмандарҙың пландары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Союздаш армия 85 мең кешенән (278 орудиелы 60-меңлек урыҫ армияһынан һәм 25-меңлек Австрия армияһынан) торған . Уның дөйөм командующийы — генерал М. И. Кутузов булған. Наполеон армияһы 73.5 мең кешенән торған. Шунан да ҙурыраҡ көс менән Наполеон союздаштар армияһын ваҡытынан алда ҡурҡытмаҫҡа булған. 1805 йылдың 2 декабрендә союздаш армияларҙың ғәскәрҙәре һуғышҡа бындай тәртиптә инергә булғандар:
- Генерал-лейтенант Д. С. Дохтуров, А. Ф. Ланжерон һәм И. Я. Пржибышевскийҙың өс беренсе урыҫ колоннаһы, инфантерия генералы Ф. Буксгевдендең дөйөм командалығы аҫтында фронттың һул яҡ ҡабырғаһын тәшкил итергә ; генерал-лейтенант И. Т. Коловрат һәм М. А. Милорадовичтарҙың 4-се урыҫ-Австрия колоннаһы— үҙәктә, туранан-тура Кутузов етәкселегендә; генерал-лейтенант П. И. Багратиондың (13 мең кеше) һәм Австрия кенәзе Иоганн Лихтенштейндең (4600 кеше) 5-се колоннаһы Багратион командалығы аҫтында уң яҡ ҡабырғаһында , Бөйөк Князь Константин Павлович командалығы аҫтында 3500 кешенән торған гвардия резервы 4-се колонна артында торорға тейеш булған. Австрия һәм Рәсәй императорҙары 4-се колоннала булырға тейеш булғандар. Австрия генералы Вейротер тәҡдим иткән план буйынса союздаштар, француздарҙың ярты армияһын тәшкил иткән һул ҡабырғаһын урап үтеп,ҡамарға тейеш булған. Вейротерҙың уйынса, француздарҙың ғәскәре 40 мең кешенән торған һәм Наполеон бик көсһөҙ полководец булған, шунлыҡтан ул француздар яғынан бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтелмәйәсәк тип иҫәпләгән. Кутузов Вейротерҙың планы менән ризалашмаған, тик, француз армияһының иҫәбен белһә лә, үҙенең планын тәҡдим итмәгән, сөнки ул был алыштың һәйбәт һөҙөмтәле булырына ышанмаған. Һуғыштың һөҙөмтәһенә Александр менән Вейротер яуаплы буласағын алдан белгән, тик ул, отставкаға сығыу тураһында һорап, батшаға мөрәжәғәт итмәгән.
Алыштың барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наполеон союздаш армия менән Кутузов етәкселек итмәгәнен , ә Александрҙың Австрия генералдарының планын хуп күргәнен белгән. Шунлыҡтан ул алыш башланыу менән дошмандарының армияһын тоҙаҡҡа эләктергән, сөнки ул Австрия генералдарының командалығы уның Венаға һәм Дунайға юлын киҫергә , уны төньяҡҡа, тауҙар яғына, фронтының һул ҡанаты менән француз армияһының уң ҡанатын ҡайырырға тырышасаҡтарын алдан уҡ белеп торған. Уның аңлауынса, дошманының фронты киң йәйелергә тейеш булған. Наполеон союздаш армия командалығын, дошмандарҙы бик тиҙ генә уратып алыу мөмкинлегенә ышандырып алдау өсөн , үҙ ғәскәрен Працен тауҙарына ҡаршы, фронттың үҙәгенә баҫтырған., ә үҙе һалдаттарын союздаштарҙың ҡап уртаһына бик тиҙ генә һөжүм итергә тип әҙерлек алып барған. Француз армияһының Працен тауҙарына һөжүме иртәнге сәғәт 9-ҙа башланып киткән, ә был ваҡытта союздаштар армияһының һул ҡанаты, Наполеон уйынса, кистән үк үҙәктән фланг хәрәкәте яһап, таң алдында Працен тауҙарынан алыҫлашҡан булған. Фронттың үҙәгендә ҡалған 3500 кешенән торған урыҫ армияһының гвардияһы француздарға геройҙарса ҡаршылыҡ күрһәткән һәм уларҙы хатта яу яланын ташлап ҡасырға ла мәжбүр иткән, тик француздарҙың күплегенән ахыр сиктә сигенергә мәжбүр булған (Працен тауына 50 меңдән артыҡ кеше ебәрелгән булған). Працен үрҙәрен алғас, Наполеон үҙенең төп көстәре менән союздаштар армияһының һул ҡанатына һөжүм яһаған һәм уларҙы ҡамап алған. Алыштың дөйөм картинаһын күреп аңлаған һул ҡанаттың комадующийы Ф Буксгевден үҙ ғәскәрен сигендерә башлаған. Уның ғәскәренең бер өлөшө боҙ менән ҡапланған быуа аша сигенгән. Быны күреп ҡалған Наполеон йәҙрәләр менән боҙға атырға ҡушҡан. Француз тарихсыларының һуғыштан һуңғы тикшереүҙәре буйынса, был сигенеү ваҡытында артиллерия уты аҫтында һәм боҙло һыуҙа 800-ҙән алып 1000 кешегә тиклем һәләк булған, ә Наполеон ул саҡта 20 000 дошман һалдаты батып үлгән тип маҡтанған.[2]. Союздаштар армияһының уң ҡанаты Багратион командалығы аҫтында дошманға ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә алһа ла, Наполеон Мюрат етәкселегендәге кавалерияһын үҙенең һул ҡабырғаһына ярҙамға ебәргәс, шулай уҡ сигенергә мәжбүр булған. Австрия менән Рәсәй императорҙары Александр һәм Франц һуғыш яланынан иң беренсе булып ҡасҡандар. Александр көсһөҙлөктән ҡысҡырып илаған, уның сигенеп ҡасыуы алдағы көндәрҙә лә дауам иткән. Был алышта Кутузов яраланған һәм саҡ ҡына әсирлеккә төшмәй ҡалған.
Кискә табан 2 декабрҙә ике яҡ та һуғыштың һөҙөмтәләрен яһаған. Төп һөҙөмтә булып, өсөнсө коалицияның тарҡалыуы торған. Бөйөк Петр заманынан һуң Рәсәй армияһы беренсе тапҡыр генераль һуғышта еңелгән. Урыҫ императорының һәр ваҡытта ла еңел генә еңеүгә ирешеү теләге селпәрәмә ватылған. «Александр I свитаһы уның янынан көндөҙ төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасып торған, тик кис көнө йәки таң алдынан ғына уның янына йыйылған. Еңелеү фажиғәһенән һуңғы тәүге сәғәттә император бер нисә саҡрым үҙ табибы, берейторы, ат ҡараусыһы һәм ике лейб-гусары менән һуғыш яланынан атта сабып киткән, ә уның янында бары тик лейб-гусар ғына тороп ҡалғас, атынан төшөп, бер ағас аҫтына ултырған һәм илап ебәргән». Аустерлиц алышында император янында А. А. Аракчеев булған[3].
Аустерлицтың һөҙөмтәләре һәм әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Союздаш ғәскәрҙәр 27 мең кешене юғалтҡан, шуларҙың ҙур өлөшө, 21 меңе — урыҫтар. Француздар, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 9-12 мең кешеһен юғалтҡан. Был һуғыштан һуң Австрия императоры Франц Александрға көрәште дауам итеүҙең мәғәнәһеҙ эш икәнлеген әйткән. Һуғыштың нәтижәһе булып Австрияның һуғыштан сығыуы һәм француздарға ҡаршы Европа державаларының өсөнсө коалицияһының тарҡалыуы торған. Рәсәй Франция менән һуғышты Дүртенсе коалиция составында дауам иткән.
Аустерлицтә еңелеү, Нарвала еңгәндән һуң үҙ армияһын еңелмәүсән тип иҫәпләгән урыҫ йәмғиәтенә ныҡ тәьҫир итһә лә, барыбер халыҡтың армияға булған ышанысын юғалтмай ҡалған.
Аустерлиц алышы популяр тарихи әҙәбиәттә йыш ҡына дошманды тулыһынса тармар итеү алышы тип миҫалға алынһа ла, Наполеон тарафынан ҙур еңеүгә өлгәшенһә лә, ысынлыҡта был көрәштә урыҫ армияһының төп өлөшө (50 мең кеше), көслө ут аҫтында ойошҡан рәүештә сигенеп, үҙенең артиллерияһының яртыһынан күберәген һаҡлап алып ҡалған. Һуңынан ул һалдаттар Прейсиш-Эйлау янында һуғышҡан армияның төп өлөшөн тәшкил иткән. Француздар иһә, еңеү яулап сыҡһалар ҙа, дошманды артабан эҙәрлекләп, күп һанлы үҙ дошманын еңерлек көс тапмағандар.
Союздаштар армияһындағы иң күп юғалтыузар фронттың уң ҡанатында булған, тик боҙло быуаның һыуын кисеп сыҡҡан урыҫ һалдаттарын француздар арттарынан баҫтырып ҡаршы ярға һыу кисеп сыҡмағандар. Шулай итеп, Аустерлицтағы һуғышта, Канда, Треббийҙә һәм 1799 йылда Ватерлоолағы алыштарҙан айырмалы рәүештә, союздаштарҙың ғәскәренең төп көсө һаҡланып ҡалған. Аустерлиц янындағы һуғыш хәрби оҫталыҡтың миҫалы булып тарихҡа ингән, сөнки унда бары тик бер генә ябай хәрби маневрҙы ваҡытында яһау һәм союздаш армияның командалығының булдыҡһыҙлығы арҡаһында ҙур еңеүгә ирешелгән.
Алыш тураһында иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аустерлиц һуғышы барған ерҙә һалдаттарҙың һыны ҡуйылған мемориал Тыныслыҡ Мавзолейы һәм бәләкәй сиркәү урынлаштырылған. Шулай уҡ бында ул ваҡытта һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙең, шул иҫәптән Рәсәйҙең дә,хәрби ҡоралдарының һәм кейемдәренең өлгөләре ҡуйылған музей ҙа булған. Оҙаҡ ваҡыттар буйынса бында Наполеон кейемендә арендаға алынған атҡа менгән һыбайлы һәм урындағы дин әһеле , һуғышта һәләк булған һалдаттарға бағышлап, йыназалар үткәргәндәр[4].Хәҙерге ваҡытта һәр йыл һайын алыштың хәрби-тарихи реконструкцияһы үткәрелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Adrian Gilbert. The Encyclopedia of Warfare: From Earliest Time to the Present Day. — Taylor & Francis, 2000. — ISBN 978-1-57958-216-6.
- ↑ См. Кастело, Наполеон, т 2.
- ↑ Н.
- ↑ Экскурсия в Аустерлиц, отзывы о музее | "ПАРИЖ и РУССКАЯ ФРАНЦИЯ" Franco-Russe гид-путеводитель: история, музеи, экскурсии . www.33gid.ru. Дата обращения: 26 апрель 2016. 2016 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Большой Энциклопедический Словарь. М., 1994. С.87,1223.
- Куракин А. Б. Записка, поданная князем А. Б. Куракиным императору Александру Павловичу после Аустерлицкого сражения / Сообщ. Н. С. Оболенским // Русский архив, 1869. — Вып. 7. — Стб. 1125—1138. 2013 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
- Манфред А. З. Наполеон Бонапарт. М.: Мысль, 1989. С.430,433-434
- Тарле Е. В. «Наполеон», 1994 г. С.162-163.
- Толстой Л. Н. «Война и мир» (1 и 2 тома книги.)
- Троицкий Н. А. Фельдмаршал Кутузов: мифы и факты. М.: Центрополиграф, 2003. С.109-115.
- Харботл Т. Битвы мировой истории. М., 1993. С.47.
- Чандлер Д. Военные кампании Наполеона. М., 1997. С.265-272.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Леер, Подробный конспект. Война 1805 года. Аустерлицкая операция на сайте «Руниверс»
- http://www.radio.cz/ru/statja/62437
- http://www.bond.cz/www/austerlitz/indexen.htm 2007 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған. (на англ. языке)
- 200 лет битве 3 императоров — фото c реконструкции битвы
- Пирожников А. И. История 10-го пехотного Новоингерманландского полка. Тула, 1913.
- https://web.archive.org/web/20021111182626/http://hronos.km.ru/sobyt/austerlic.html
- А. Васильев Русская гвардия в сражении при Аустерлице 20 ноября (2 декабря) 1805 г. 2010 йылдың 7 май көнөндә архивланған.