Ауыл Богородский урамы

Ауыл Богородский урамы — Өфө ҡалаһының Калинин районында урынлашҡан. Элекке исеме — Сәнәғәт урамы (1992 йылға тиклем).

Тарихы

Элекке исеме — Сәнәғәт урамы —  Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе хөрмәтенә аталған. 1992 йылдың 7 октябрендә Өфө ҡала советы Президиумының  4/6 һанлы ҡарары  менән исеме үҙгәртелә[1].

Ҡыҙыҡлы факттар

Халыҡ араһында 1980 йылдарҙа ИНОРС участкаһынан алып Һупайлы биҫтәһенә тиклемге юл үҙенең насар торошо арҡаһында Иҫерек юл исемен ала.

Категориялар