Ауыл советы
Ауыл советы | |
Дәүләт |
---|
Ауыл советы (рус. сельсовет) — совет власының беренсел башҡарма органы, Советтар Союзында административ-территориаль ҡоролош берәмеге. Ауыл советы системаһы тәүге тапҡыр 1918 йылда РСФСР Конституцияһы менән нығытыла.
Структураһы һәм эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Структураһы һәм эшмәкәрлеге ҡануниәт тарафынан көйләнә. Ауыл советы ойошторолғанда ҙур ауыл торама пункты йәки бәләкәй торама пункттар төркөмө (уларҙың береһе — адммистратив, мәҙәни‑көнкүреш һәм сауҙа үҙәге) булыуы, уның транспорт үтемлеге, коммуналь һәм социаль‑мәҙәни инфраструктураһын ойоштороу мөмкинлеге иҫәпкә алына. 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән территорияла ойошторолоуы мөмкин.
Ауыл советының башҡарма комитеты хужалыҡ иҫәбен, гражданлыҡ хәле акттары яҙыуын үҙ эсенә алған халыҡтың беренсел иҫәбен алып бара[1].
Башҡортостанда ауыл советтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда 1930 йылда — 1204 ауыл советы, 1952 йылда — 1231, 1969 йылда — 821, 1972 йылда — 834, 1981 йылда — 847, 2002 йылда — 945 ауыл советы иҫәпләнә. Улар 4586 ауылды үҙ эсенә ала. 1954—1960 йылдарҙағы администрарив реформалар, бәләкәй колхоздарҙы ҙурайтыу һәм яңы совхоздар ойоштороу һөҙөмтәһендә, 450 ауыл советы бөтөрөлә, ҡайһы берҙәренең исеме үҙгәртелә.
2005 йылда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидара тураһындағы закондарына ярашлы, ауыл советы ауыл биләмәһе муниципаль берәмеге итеп үҙгәртеп ҡорола[1].
Хәҙерге Рәсәйҙә ауыл советтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһының күпселек субъекттарында ауыл советтары 90-сы йылдар уртаһына тиклем һаҡлана. «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 1995 йылдың 28 авгусындағы 154-се Федераль законды ҡабул иткәндән һуң ауыл округтары менән алмаштырыла. Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер субъекттарында (Дағстан Республикаһы, Ставрополь крайы һ.б.) «ауыл советы» һүҙе әлеге ваҡытта ике һәм унан күберәк торама пунктты үҙ эсенә алған ауыл биләмәләре атамаларында ҡулланыла. Һөйләшеү телмәрендә «ауыл советы» һүҙе менән рәсми атамаһында был һүҙ булмаған осраҡта ла йыш ҡына ауыл хакимиәтен йәки ауыл муниципаль берәмеген атайҙар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ауыл советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2022)
- Федеральный закон от 06.10.2003 N 131-ФЗ (ред. от 29.12.2020) "Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации" (с изм. и доп., вступ. в силу с 23.03.2021)
- Закон РСФСР от 19.07.1968 «О поселковом, сельском совете народных депутатов РСФСР»(недоступная ссылка)
- Общероссийский классификатор территорий муниципальных образований 2018 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған.