Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы
Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы һәм Азов тарих-археологик һәм палеонтологик музей-ҡурсаулығы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы | |
---|---|
Музей бинаһы | |
Асылған | Көн һайын 10:00-дан 18:00 сәғәткә, дүшәмбенән тыш[1] |
Урынлашҡан | Рәсәй, Аҙау, Мәскәү урамы, 38/40-сы йорт[1] |
Килеүселәр һаны | 201 000[1] |
Директор | Горбенко Анатолий Александрович[1] |
Сайт | азовский-музей.рф |
Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы — Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһындағы музей, Рәсәйҙең көньяғындағы иң бай палеонтология коллекцияһы булған иң эре музейҙарҙың береһе. Музейға 1917 йылдың 17 майында Михаил Аронович Макаровский нигеҙ һалған. Музейҙа 168 кеше эшләй, шулар араһында 29 хеҙмәткәр фән дәрәжәһенә эйә[1], музей хеҙмәткәрҙәре әүҙем рәүештә ғилми эш менән шөғөлләнә һәм уларҙың эштәре реферирланған журналдарҙа баҫыла[2].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1917 йылдың майында Аҙау ҡалаһында үҙҙәренең әйберҙәрен: боронғо тәңкәләрен, маркаларын, пушка йәҙрәләрен килтереүсе «Халыҡ мәғарифы» йәмғиәтенең һәм урындағы халыҡтың тырышлығы арҡаһында музейҙың беренсе экспозицияһы асылған. Әммә бик тиҙ арала, граждандар һуғышы йылдарында, музей юҡҡа сыҡҡан. 1937 йылда музей икенсе тапҡыр асылған, әммә уның коллекцияһы, тиҙҙән Икенсе донъя һуғышы башланыу һәм ҡаланы немец ғәскәрҙәре оккупациялау сәбәпле, яңынан әрәм булған. Урындағы халыҡ һуғыштан һуң уны тергеҙеп маташҡан, тик 1960 йылда ғына уңышҡа өлгәшкәндәр[3][4].
Музей бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1976 йылдан музейҙың төп корпусы архитектор Фёдор Гаузенбаум проекты буйынса[5] 1892 йылда төҙөлгән элекке ҡала управаһының өс ҡатлы бинаһында урынлашҡан[6], уның 22 залы бар.
Музей майҙандары: экспозиция-күргәҙмә — 2852 м², ваҡытлыса күргәҙмәләр — 580 м², фонд һаҡлағыстар — 1896 м², парклаштырыу (асыҡ һауала) — 7,13 га[1].
Экспонаттар һәм фондтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һаҡлау берәмектәре: 340 765, шуның 206 371 предметы төп фондтан[1]. Һуңғы 10 йылда музейҙың төп фондына йыл һайын уртаса 3780 предмет тапшырыла[7].
800—600 мең йыл элек, боҙлоҡ осоро араһында, йәшәгән дала мамонты (трогонтериев филе) һөлдәһе музей символы булып тора. Был донъя йөҙөндә баш һөйәге бөтөн булған берҙән-бер һөлдә[1].
Фондтарҙың яртыһына яҡынын археологик, шул иҫәптән донъя музейҙарын коллекцияларында аналогтары булмаған комплекстар тәшкил итә. Ростов өлкәһе территорияһында археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡурғандарҙан табылған б.э. I быуат предметтары, сәнғәт эшләнмәләре: алтын биҙәүестәр, ат егеү ҡаралдылары (сбруй), ат егеү сбруйы деталдәре, алтын һәм көмөш һауыт-һаба, ҡорал һ.б. донъя кимәлендәге ҡиммәт булып тора.
Музей XIV быуаттағы һыу түгеп эшләнгән (поливной) керамиканың иң ҙур коллекцияһына эйә.
Палеонтологик коллекция — Төньяҡ Ҡаф тауындағы иң ҙур коллекция (1500 әйберҙән артығыраҡ). Музейҙың иң популяр экспонаты булып йәше 600 мең йыл һаналған фил-трогонтерия һөлдәһе (бейеклеге 4,5 м) тора; был әлегәсә билдәле булған шундай бер нисә төр араһында һәм баш һөйәге бөтөн көйө һаҡланған берҙән-бер һөлдә. Аҙау музей-ҡурсаулығы икенсе уникаль палеонтологик экспонатҡа - Дейнотерий (Deinotherium giganteum) тигән һуҡҡы теше (бивни) аҫҡы яңағынан үҫеп сыҡҡан томшоҡло хайуан һөлдәһенә эйә. Һәм уның йәше 7,5—8 млн йыл[7].
Музей фондтарында бик һирәк осрай торған бер урында табылған эре хайуандар һөлдәләре (ҡондоҙ-трогонтерия, тамань филе, ҙур ат, эласмотерия, гомотерия, гиеналар, ҙур мышы, ҡатмарлы мөгөҙлө болан, антилопа, ҡыҫҡа мөгөҙлө зубр) һаҡлана[8]) һәм Аҙау районы Семибалки ауылында табылған эооплейстоцен эпохаһы ваҡ һөтимәре. Табылдыҡтар морозов горизонтына, черевичан фазаһына һәм юғарғы черевичан ассоциацияһына (тамань фаунистик комплексы) ҡаратыла. Был табылдыҡтарҙың геологик йәше сирек (четвертичный) период башында дала зонаһында боронғо кеше йәшәйешен тәьмин иткән, өйөрө менән үлән утлап йөрөгән, тереклек һәм кеше эшмәкәрлеге эҙҙәрен табырға өмөт уята[9][10][11][12].
Музейҙа шулай уҡ хәҙерге Ростов өлкәһе территорияһында элек йәшәгән боронғо күскенсе ҡәбиләләр мәҙәниәте менән бәйле «Евразия күскеселәренең хазиналары» (Азия һәм Европа араһындағы күскенсе халыҡтар. Б.э.т. III меңйыллыҡ - б.э. XIV быуаты)тигән экспозиция ҡуйылған. Бында төрлө биҙәүес әйберҙәре, ҡоралдар һәм хәрби кейемдәр (доспехи), б.э. I―III быуатына ҡараған тергеҙелгән кейем өлгөләре һәм сармат ҡәбиләләре көнкүреш әйберҙәре күрһәтелгән[3][4]. Барыһы экспозицияла ҡуланан, көмөш һәм алтындан 20 меңгә яҡын предмет ҡуйылған. Был предметтар араһында: алтын ҡындағы ҡылыс, алтын фаларҙар, беләҙек һәм ат егеү ҡаралдылары (сбруй). Бында б.э. I - II бб. грек-рим зәргәр сәнғәте өлгөһө бйынса яһалған рим көмөш, алтын зәргәр биҙәүестәре һ.б. бар.
Музейҙа б.э. I быуатына ҡараған ҡәберлек комплексы - Аҙау ҡалаһы ситендәге «Дачалар» ҡәберлек ҡурғаны күрһәтелгән. Ҡурған 1986 йылда Ростов дәүләт университеты һәм аҙау археологик экспедициялары тарафынан ҡаҙылған. Шулар араһында — сармат йәнлек стилендә биҙәлгән алтын ҡынлы ҡылыс; арыҫландар һыны менән биҙәлгән алтын фаларҙар. Экспозицияның ынйыһы булып I быуаттың өсөнсө сирегенә ҡараған алтын ат ябыуы тора. Ябыуға айға, пирамидкаға, өсмөйөшкә, тәкә башына, донъя ағасына һәм Геракл төйөнөнә оҡшатып эшләнгән 15 мең алтын пластина; 3 меңләп бляшка һәм ромбтар, меңләгән бляшка тегелгән. Был экспозицияның күп предметтары Японияла, Швейцарияла, Францияла һ.б. ерҙәрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә күрһәтелде.
«XV б. башында - XVII быуаттарҙа Аҙау һәм Аҙау буйы» тип аталған даими эшләгән экспозиция Аҙау тарихының иң драматик дәүеренең береһе, уның генуэзлыларҙан төрөктәр ҡулына, ә һуңынан ― дон казактарына күсеүен һөйләй. Бында Аҙауҙың тирә-йүнендә табылған шул дәүерҙәрҙән килеп еткән ысын ятағандарҙың, ҡылыстарҙың, пушкаларҙың, пушка йәҙрәләренең, атыу ҡоралдарының өлгөләре ҡуйылған[13].
Предметтар музейҙың 35 фонд һаҡлағысына ҡуйылған[7].
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Музеи России : (комплекс., ист., естественно-науч., техн., отраслевые) : спpав. Ч. 4. М., 1993. С. 77;
- Рычагова Е. Из глубины веков… // Азов. неделя. 2015. 26 марта. С. 10; Баранникова А. Музей для детей // Город N. 2014. 23 дек. С. 44;
- Рычагова Е. Азовскому музею – 95 // Азов. неделя. 2012. 24 мая. С. 1, 4; Зекрач М. Хранитель истории // Приазовье. 2012. 23 мая. С. 12;
- Семёнова С. В. Азовская диковина // Дон. временник. Год 2009‑й. С. 146–148;
- Федотова Т. А. Азов и его музей //Там же. Год 2007‑й. С. 59–62; Боранова Г. Визитная карточка Азова // Приазовье. 2002. 16 мая. С. 4;
- Кравцова Е. Хранители древностей // Новая азов. газ. 2002. 23 мая. С. 5; Высавская И. Музей открыл миру Азов // Азов. неделя. 2002. 16 мая. С. 1; Горбенко А. Азовский краеведческий // Приазовье. 1996. 18 мая. С. 7.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Азовский музей-заповедник . Проект "Культура регионов России". Дата обращения: 1 декабрь 2013. 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
- Азовский музей-заповедник представил находки последнего полевого сезона . Азов-точка-Инфо. Дата обращения: 1 декабрь 2013.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Азовский историко-археологический и палеонтологический музей-заповедник . Российская сеть культурного наследия. Дата обращения: 1 декабрь 2013.
- ↑ Публикации научных сотрудников АМЗ в 2012 г. Оф. сайт. Дата обращения: 1 декабрь 2013.
- ↑ 3,0 3,1 Азовский историко-археологический и палеонтологический музей-заповедник, culture.ru. 10 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 История . xn----7sbgnhcfidezs4b7a.xn--p1ai. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.
- ↑ Схема залов . Оф. сайт. Дата обращения: 1 декабрь 2013.
- ↑ История в сумерках . Портал культурного наследия России Культура.рф. Дата обращения: 1 декабрь 2013. 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Коллекция . Оф. сайт. Дата обращения: 1 декабрь 2013.
- ↑ Аҙау диңгеҙе яры буйҙарында йәшәгән хайуандар
- ↑ Байгушева В. С. Новые данные о таманском фаунистическом комплексе из раскопа у села Семибалки (Приазовье) // Историко-археологические исследования в Азове и на Нижнем Дону в 1998 г. Азов, 2000. Вып. 16. С. 27–57.
- ↑ Рековец Л. И. Мелкие млекопитающие антропогена юга Восточной Европы. Киев: Наукова думка, 1994. 372 с.
- ↑ Tesakov A. S., Dodonov A. E., Titov V. V., Trubikhin V. M. Geological settings of small mammal faunas in the east of the Sea of Azov / Loess and Paleoenvironment. Abstr. and Guidebook. Moscow: GEOS, 2003. P. 60–61.
- ↑ В. С. Байгушева Археологические особенности палеонтологических местонахождений начала четвертичного периода
- ↑ турецкий азов . xn----7sbgnhcfidezs4b7a.xn--p1ai. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.