РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡбаш өйрәк күктомшоҡ, сыбар өйрәк, һуна өйрәктән бәләкәй (рус. Са́вка, лат. Oxyura leucocephala') — өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.
Төбө йыуан күк төҫтәге суҡышлы өйрәк. Ерҙә бик ауыр йөрөй. Башы аҡ, түбәһендә генә ҡара тап бар. Арҡаһы һәм ҡабырғалары ваҡ ҡына ҡара һипкелле һорғолт ерән. Ҡанаттары күкһел йымылдаҡлы һоро. Муйынының аҫ яғы, түше ҡара һипкелле ерәнһыу көрән. Ҡорһағы арҡыры һыҙыҡлы һорғолт һары. Ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында көҙгөләре булмай. Күҙе сағыу һары. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел.
Тауышы сыйылдаҡ: «сиррҡ-сиррҡ» йәки яңғырауыҡлы: «ҡа-ға-ға».
Үҫемлектәргә бай күлдәрҙә, яй ағымлы йылғаларҙа йәшәй, һыу үҫемлектәре
һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ҡамыштар араһында һыу өҫтөндә оялай. 2—6 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары.1986 Өфө. 66- сы бит
- Красная книга России М.: АСТ 2001
- Жизнь животных т.6 Птицы М.: Просвещение
- Green A.J. & Hughes B. White-headed Duck Oxyura leucocephala. // BWP Update: he journal of birds of the Western Palearctic, Vol. 3, No. 2. Oxford: Oxford University Press, 2001 — P. 79 — 90
- SCOTT D.A. AND ROSE P.M. (1996) Atlas of Anatidae Populations in Africa and Western Eurasia. Wetlands International Publication No.41, Wetlands International, Wageningen.
- Hughes B., Robinson J.A., Green A.J., Li Z.W.D. & Mundkur T. (Compilers). International Single Species Action Plan for the Conservation of the White-headed Duck Oxyura leucocephala. CMS Technical Series No. 13 & AEWA Technical Series No.8. Bonn, 2006. — 66 p.
- Гордиенко Н. С., Дробовцев В. И., Кошелев А. И. Биология савки в северном Казахстане и на юге Западной Сибири // Редкие, исчезающие и малоизученные птицы СССР. М.: Наука, 1986. — С. 8 — 15.
- Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2008. — 634 с.
- Долгушин И. А. Птицы Казахстана. Т. 1. Алма-Ата: Изд-во АН Казахской ССР, 1960.- 469 с.
- Птицы средней Азии. Т. 1. Алматы: Издательство НАН РК, 2007. — 574 с.