Аҡбаш (Свердловск өлкәһе)
Аҡбаш (рус. Акбаш) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.
Халыҡ һаны
Тарихы
Башҡортостанда кантон идаралығы осоронда (1798—1865 йылдар) Аҡбаш ауылы 2-се башҡорт кантонының 5-се йортона кергән[4].
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 106 башҡорт йәшәгән[4]. 1850 йылғы ревизия 19 йортта 157, ә 1859 йылда 27 йортта 238 башҡортто теркәгән[4].
Ауылда йәшәүселәр бөтәһе лә үҙ ерҙәренә эйә булыусы аҫабалар булған[4].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 584 бот ярма икмәк сәскән[4]. Аҡбашта йәшәүселәр йәйгеһен йәйләүгә сыҡмайынса йыл әйләнәһенә ауылда йәшәгәндәр[4].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Акбашево по IX ревизии 1850 г.
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған..
- ↑ 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре базаһы 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.