Аҡсабан
Ҡылыҡһырлама
Һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, йопланып (парланып), йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр, яҡшы сума. Һырты, ҡанаттарының сите, күҙ эргәләре, елкәһе ҡара, ҡойроғо һорғолт ерән. Башында ҙур ғына аҡ бүрке бар. Инә өйрәктең башы һәм бүрке ерән, арҡаһы, ҡабырғалары һоро. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел. Тауышы- киҫкен: «кйәк» йәки «кррр». Ите, мамығы өсөн аулайҙар.
Йәшәгән урыны
Балыҡлы йылғала, күлдәрҙә йәшәй. Һирәк осраған күсмә ҡош. Ағас ҡыуыштарында оялай.
Үрсеүе
6-12 йомортҡа һала.
Диалекттарҙа
Аҡ өйрәк, аҡсабыр, аҡсумғыс