Аҡхисар
Аҡхисар | |
---|---|
Сәғәт бүлкәте | UTC+3 |
Почта индексы | 45200 |
Туғандаш ҡала | Лозанна[d], Гостивар[d], Доньи-Вакуф[d], Брюссель, Дуала[d], Маради, Антверпен, Кишинёв, Лима[d], Порту[d] и Маскат |
Рәсми сайт | akhisar.bel.tr |
Милке | Akhisar Şehir Stadium[d] и Akhisar Stadium[d] |
Номер тамғаһы коды | 45 |
Халыҡ һаны | |
Дәүләт | |
![]() | |
Городское население | 73 944, 81 510, 99 423, 100 897, 102 167, 107 086, 161 918, 163 107, 164 557, 166 129, 167 883, 171 381, 173 026, 174 850, 46 167, 48 796, 53 357, 61 491 и 68 553 |
Сиктәш | Сома[d], Кыркагач[d], Saruhanlı[d], Gölmarmara[d], Гёрдес[d], Сындыргы[d] и Kınık[d] |
Административ-территориаль берәмек | Маниса[d][2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 93 метр |
![]() | |
Сельское население | 78 453, 71 072, 59 032, 57 960, 56 447, 53 534, 75 063, 80 336, 85 984, 84 953 и 90 835 |
![]() |
Аҡхисар (Ак-Гиссар, Ak-Hissar) — Төркиәнең көнбайышындағы Эгей Манисаһы төбәгендәге ҡалаһы һәм районы.
Археологик ҡаҙыуҙар хәҙерге ҡала урынында б. э. тиклем 3000 йылда ауыл торған тип күрһәтә. Аҡхисар шулай уҡ Тәүратта (Фиатира (грек. Θυάτειρα сифатында) тип телгә алына — Апокалипсис сиркәүҙәренең береһе булараҡ).
Әлеге ваҡытта Аҡхисар — мөһим сауҙа үҙәге. Ҡала марганец мәғдәне сығарыуға махсуслаштырылған. Ҙур автомобиль юлдары үҙәге. Тәмәке (бөтә тәмәке етештереүсе илдәр араһында ул 10 процент тәмәке етештерә), мамыҡ, олива етештерә.
Тарих
Ҡала боронғо Лидияның төньяғындағы буяу һөнәренең төп үҙәге була. Тикшеренеүҙәр төбәктең хеттар власы аҫтында булыуы тураһында һөйләй, артабан (яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 345 йылда) уны Александр Македонский яулай. Һуңғараҡ ул Селевкидтар, Пергамдан Атталидтар династияһы һәм Понтий Митридат батшаһы тарафынан идара ителә, был б. э. тиклем 80-се йылдарҙа рим империяһы баҫып алыуына тиклем була.
Рим империяһы 395 йылда ҡолатылғандан һуң, Аҡхисарға Византия дәғүә белдерә.
Б. э. 11-се быуатта Аҡхисар Византия составынан бер нисә тапҡыр Ғосман империяһы составына инә, ә 1922 йылда Айдын Төркиә республикаһының Айдын төбәгенә инә.
Үҙенсәлектәре
Аҡхисар борон мөһим сауҙа үҙәге була. Ул Стамбулдан Пергам, Сард һәм Эфес сауҙа юлында тора. Ҡала балсыҡ һауыт-һаба, туҡымалары менән дан тота. Күп быуаттар дауамында ҡала илдең иҡтисади үҙәге булып ҡала. Төркиәнең ике мөһим порты булған Стамбул һәм Измир ҡалалары 565 дәүләт шоссеһында тора, ул төрөк һәм сит ил инвесторҙарын йәлеп итеп тора.
Аҡхисарҙың тарихы урындары
- Дәүләт госпитале ҡәберлеге
Ҡала үҙәгендәге яһалма ҡәбер.
- Петр Платеяһы
Төркиәнең көнбайышsylf4s иң бейек ҡая. Ҡаяға эләгеү өсөн 3050 баҫҡыстан күтәрелергә кәрәк.
- Лидия ҡәберҙәре
Аҡхисар янындағы ҡәберҙәр. Шулай уҡ унда Бейоб, Меджидие, Эролу һәм Сюлейманлы ауылдары бар.
- Улуджа (Бөйөк мәсет)
Нисәнсе йылда төҙөлөүе билдәһеҙ, тик Византия дәүләтенә ҡарағанда боронғораҡ. Был башта сиркәү булған, аҙаҡтан XV быуатта мәсеткә әйләндерелгән.
Климат
Климат Акхисар | |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл | ||||||||||||||
Абсолют максимум, °C | 20 | 22 | 30 | 32 | 37 | 41 | 43 | 42 | 38 | 36 | 27 | 22 | 43 | Һауа температураһы, °C | 10 | 11 | 15 | 20 | 25 | 30 | 33 | 32 | 29 | 22 | 16 | 11 | 21 |
Уртаса температура, °C | 6 | 7 | 10 | 14 | 19 | 23 | 26 | 26 | 22 | 17 | 11 | 7 | 16 | ||||||||||||||
Уртаса минимум, °C | 1 | 2 | 4 | 8 | 12 | 16 | 19 | 19 | 16 | 11 | 6 | 3 | 10 | ||||||||||||||
Абсолют минимум, °C | -7 | -8 | -7 | 0 | 1 | 7 | 11 | 12 | 6 | -2 | -7 | -10 | -10 | ||||||||||||||
Сығанағы: Weatherbase |