Аҡ ала тумыртҡа
Ҡылыҡһырлама
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡ, һырты ҡара таплы аҡ. Ҡанаттары, ҡойроғо аҡ һыҙыҡлы ҡара төҫтә. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Башҡа тумыртҡаларҙан аҡ төҫтәге һырты менән айырыла. Көслө һәм әсе тауышлы: «кик-кик-кик» йәки яңғырауыҡлы: «ҡыжжжҡ-ҡыжжжҡ».
Ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ағас ҡыуышында оя ҡоралар. Үҙағасты суҡышы менән соҡоп, шунда булған ҡарышлауҡтар менән туҡлана. Инә һәм ата тумыртҡа тотороҡло пар төҙөйҙәр. Йомортҡаны икеһе лә алмашлап баҫалар.
Әҙәбиәт
- А. И. Иванов, Е. В. Козлова, Л. А. Портенко, А. Я. Тугаринов. 2. // Птицы СССР — М.: Издательство Академии наук СССР, 1953. — 344 с. (рус.)
Һылтанмалар
- База данных «Позвоночные животные России»: белоспинный дятел 2016 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |