Аҡ көләпәрә
Ҡыҫҡаса белешмә
Яҡынса 70 төрө (Башҡортостанда 5‑тән ашыу төрө) билдәле, киң таралған. Эшләпәһенең диаметры 1—25 см, аҡһыл, һирәгерәк һорғолт йәки асыҡ көрән, ярым шар формаһында, итләс, тығыҙ, шыма өҫлө йәки сүсле, тәңкәле. Япмаһы айырым, бәшмәк өлгөргән ваҡытта һабында аныҡ беленеүсе балдаҡ рәүешендә. Гименофоры йәш емешлек тәндәрендә аҡ, спораларҙың өлгөрөү дәрәжәһенә ҡарап — алһыу, аҡрынлап көрәнәйә барған, һуңынан көрән-шәмәхә төҫтәге айырым пластинкалы (аҡ көләпәрәне ағыулы бәшмәктәрҙән айырыусы билдә). Һабы үҙәктә, тигеҙ, тығыҙ, һирәгерәк бушаҡ йәки ҡыуыш. Итсәһе башлыса аҡ, һынған ерендә һарғайыусан йәки ҡыҙарыусан, йыш ҡына бәшмәк йәки әнис еҫле. Спораһы йомро, эллипс формаһында йәки бөртөк һымаҡ, төҫө аҡтан ҡараға тиклем. Сапротрофтар (микоризаға инмәй).
Таралышы
Үҫеү урындарына ярашлы башлыса урмандарҙа (һары тиресәле аҡ көләпәрә); үҫемлектәр менән ҡапланмаған асыҡ урында (ике споралы аҡ көләпәрә), болонда (гумус гербофилдары; ябай аҡ көләпәрә һ.б.); урман, болон, көтөүлектәрҙең һ.б. асыҡ урындарында (ҡыр аҡ көләпәрәһе); татырлы тупраҡта (Бернард аҡ көләпәрәһе) һ.б. үҫеүсе аҡ көләпәрә айырып йөрөтөлә. Республиканың бөтә биләмәһендә лә үҫә, май—октябрҙә осрай. Аҡ көләпәрәнең емешлек тәне составында антибиотиктар, үҙләштерелеүсе аҡһым бар. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр (һары тиресәле аҡ көләпәрә һәм сыбар аҡ көләпәрә башҡа), ике споралы аҡ көләпәрә күп үҫтерелә.
Сығанаҡтар
- Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Ячевский А. А. Шампиньон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Шампиньон, в сельском хозяйстве // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Громов Н. Г. Шампиньоны, 2 изд. — Москва, 1960 год.
- Фёдоров А. А. Мир растений в 7 тт. Т. 2. Грибы. — М.: Просвещение, 1991. — ISBN 5-09-002841-9
- Hunte W. Champignonanbau im Haupt-und Nebenerwerb, 7 Aufl., B. — Hamb., 1973.
Һылтанмалар
- Шампиньон на фото — аллея изображений 2009 йылдың 28 октябрь көнөндә архивланған.