Аҡ мәсет (Хиуа)
Тарихы
1647 йылда Ануш хан мунсаһы менән бергә нигеҙ һалынған. Мәсет ишегендәге яҙыуҙарға ҡарағанда, хәҙерге бина 1838—1842 йылдарға ҡарай.
Яҙмалар шулай уҡ Хиуаның ағас һырлау оҫталары Адин Ҡаландар улы Нурмөхәмәт; Сәйет Мөхәммәт улы Ҡаландар исемдәрен дә телгә ала.
Тасуирламаһы
Мәсет көмбәҙ залынан һәм уға йәнәш торған өс галереянан тора. Көньяҡ стенала Мәккәгә (ҡиблаға) йүнәлткән михраб-нич бар.
Мәсет өс яҡтан айван (портик) менән уратып алынған квадрат көмбәҙ рәүешендәге бинанан (6,35-кә 6,35 м) тора[1]. Мәсеттең дөйөм дәүмәле 25,5-кә 13,5 метр тәшкил итә[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Дишан-Ҡала
Иҫкәрмәләр
- ↑ Madrasahs, mosques, minarets and mausoleums in Itchan Kala (Khiva’s old town). factsanddetails.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2022. Архивировано 19 февраль 2022 года.
- ↑ "Оқ масжид", Оқ масжид, <https://n.ziyouz.com/books/uzbekiston_milliy_ensiklopediyasi/O'zbekiston%20Milliy%20Ensiklopediyasi%20-%20O%20harfi.pdf> 2022 йылдың 16 август көнөндә архивланған.