Аҡ шарап
Аҡ шарап — виноградтың аҡ ҡына түгел, ҡыҙыл һәм ҡыҙғылт сорттарынан виноградтың тышсаһын алып ферментлау ысулы менән әҙерләнгән шарап. Тап тышсаның булмауы шарапҡа асыҡ төҫ бирә. Күп төрлө виноградтың эсендәге йомшағының төҫө юҡ тиерлек[1].
Аҡ виноград сорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шардоне (Chardonnay)
- Рислинг (Riesling)
- Алиготе (Aligote)
- Совиньон блан (Sauvignon Blanc)
- Семийон (Semillon)
- Токай
- Мюскаде (Muscadet, Melon de Bourgogne)
- Пти Мансен и Гро Мансен (Petit Manseng, Gros Manseng)
- Шенен Блан (Chenin Blanc)
- Гевюрцтраминер (Gewürztraminer)
- Мускат (Muscat)
- Мюллер-Тургау (Müller-Thurgau, Riesling-Silvaner, Rivaner)
- Вионье (Viognier)
- Мюскадель (Muscadelle)
- Пино Гри (Pinot Gris, Pinot Gridgio, Tokay Pinot Gris)
- Пино Блан (Pinot Blanc, Pino Blanco, Weifiburgunder)
- Сильванер (Silvaner, Sylvaner)
- Марсан (Marsanne, Ermitage)
- Руссан (Roussanne)
- Саваньен (Savagnin)
- Грюнер Фельтлинер (Grüner Veltliner)
- Верначча (Vernaccia)
- Греко (Greco)
- Макабео (Macabeo, Viura)
- Альбариньо (Albarino, Alvarinho)
- Вердельо (Verdelho,Verdejo)
- Фурминт (Furmint)
- Мальвазия (Malvasia, Malmsey)
- Треббьяно (Trebbiano, Ugni Blanc)
- Гарганега (Garganega)
- Кортезе (Cortese)
Эшләп сығарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күп кенә виноградтың буяусы матдәләре тышсаһында ғына була. Шуға ла аҡ шарапты төрлө төҫтәге виноградтан да әҙерләп була. Төп шарт булып һуттың тышса менән бәйләнешкә инмәүе тора. Шуға ла виноград боламығы (сусло) емештең тышсаһы менән бәйләнешкә инмәһен өсөн йыйылғас та йәһәтләп баҫтыра (пресслау) башларға кәрәк. Ҡайһы берҙә виноградтың һабаҡтарын да айырып тормайҙар, шул килеш баҫтыралар, һығалар. Аҙаҡ виноград боламығын тондороуға ҡуялар.
Аҡ шарапты ферментлау өсөн бүлмә йылылығын күҙәтеп тороу мөһим. Ҡыҙыл шарапты әҙерләгәндә киреһенсә, ваҡыт-ваҡыты менән шарапты һыуытып тороу яҡшы булһа, аҡ шарапты әҙерләгәндә температура 20 градус Цельсийҙан да кәмеп китергә тейеш түгел.
Ваҡыт үтеү менән шараптар ҡараһыуыраҡ төҫ алалар. Ә ҡыҙыл шараптар, киреһенсә, сағыулана баралар һәм төбөнә ҡуйы иҙмәһе ултыра бара.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ K. MacNeil The Wine Bible pg 31 Workman Publishing 2001 ISBN 1-56305-434-5
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Викимилектә Белое вино темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Varieties of white wines — (инг.) (фр.)
- Производство Вина 2010 йылдың 5 август көнөндә архивланған.