А. Пушкин исемендәге Евпатория театры

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
А. Пушкин исемендәге Евпатория театры
Административ-территориаль берәмек Евпатория[d]
Дәүләт
Һыйым 1000
Нигеҙләү датаһы 20 апрель 1910
Архитектура стиле модерн[d]
Мираҫ статусы Памятник архитектуры национального значения Украины[d] и объект культурного наследия России федерального значения[d]
Хөрмәтенә аталған Пушкин Александр Сергеевич
Рәсем
Рәсми асылған ваҡыты 20 апрель 1910[1]
Урамда урынлашҡан Театральная площадь[d] (1)
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

А. C. Пу́шкин исемендәге Евпатория театры — ҡала театры, Евпаторияла 1910 йылда ҡала архитекторы Адам Генрих һәм ирекле архитектор Павел Сеферов проекты буйынса төҙөлгән.

Театр тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бина ХX быуат башында.

Театр 1910 йылдың 20 апрелендә асыла[2]. Театр сәхнәһендә беренсе булып Михаил Глинканың «Иван Сусанин» операһы ҡуйыла. Спектаклдә Петербургтан махсус саҡырылған Мария театры артистары уйнай[3].

1937 йылға тиклем ҡала театры исемен йөрөтә, ә Александр Пушкиндың вафат булыуының йөҙ йыллығы көнөндә шағир хөрмәтенә исеме үҙгәртелә[2]. Театр бер нисә йыл элек яңынан тергеҙелә. Тамаша залында урындар һаны партер урындарын арттырыу һәм ложаларҙы кәметеү иҫәбенә 900 урынға тиклем киңәйтелә, ҡыйыҡ ремонтлана, әммә шул уҡ ваҡытта бинаның фасады үҙгәрешһеҙ ҡала тиерлек.

Төрлө ваҡыттарҙа театрҙа Евгений Вахтангов, Мария Савина, Константин Станиславский, Леонид Собинов, шулай уҡ Антонина Нежданова, Фёдор Шаляпин һәм Александр Вертинский сығыш яһай.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Театр бинаһын төҙөү һәм проектын эшләү өсөн урындағы архитекторҙар Адам Генрих һәм Павел Сефёров эшкә саҡырылалар. Граждан инженеры А. Л. Генрих (моғайын, Петербург граждандар инженеры институтын тамамлаған) шул ваҡытта бик популяр стиль «модерн» яҡлы була, ә Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм архитектура училищеһының архитектура бүлеген тамамлаған П. Я. Сеферов урыҫ классицизмы традицияларын дауам иткән академик мәктәп вәкиле була. Шуға ҡарамаҫтан, архитекторҙар тәбиғи рәүештә бер-береһен тулыландырыуға өлгәшәләр, һөҙөмтәлә бина нәфислеге буйынса Одессалағы театр менән сағыштырыла. Башта театрҙа ложалар һәм 750 тамашасы урыны йыһазландырыла. Ремонттан һуң тамаша залы 900 урынға тиклем киңәйтелә.

Ҡала театры Евпаторияның иң маиур биҙәге булып тора. Театр яңы ҡалала урынлашҡан, Одесса театрынан ҡала Рәсәйҙең көньяғында иң матур театрҙарҙың береһе булып тора. Ул яңыртылған грек стилендә төҙөлгән һәм бик һәйбәт тәьҫир ҡалдыра. Театрҙың эске өлөшө шулай уҡ матур, 750 урынға иҫәпләнгән. Террасаларынан диңгеҙгә матур күренеш асыла. Бөтә ҡулайламалары булған ҙур сәхнә бөтә йыһазландырылмалы пьесаларҙы, хатта феерияларҙы ҡуйырға мөмкинлек бирә.

— 1914 йылғы Евпатория белешмәһе [3]

Театр тирәләй Дуванов скверы ҡоролған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]