БСК-ла шартлау (9 август 2025 йыл)

«Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙансығында газ-һауа ҡатнашмаһының шартлауы (рус. Взрыв газовоздушной смеси на производственной площадке АО «Башкирская содовая компания») — 2025 йылдың 9 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһында (Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй) «Каустик» етештереү комплексы территорияһында («Башҡортостан сода компанияһы БСК» акционерҙар йәмғиәте) составына ингән сәнәғәт аварияһы.

Ваҡиға шарттары

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы ваҡыт менән яҡынса 11 сәғәт 40 минутта винилхлорид етештереү цехы бинаһында газ-һауа ҡатнашмаһы шартлауы булған. Был хәл 18 метр самаһы бейеклектәге 1345-се блокта була. Тәүге сәбәп ҡорамалда сварка урында герметизация боҙолоу. Авария ваҡытында резервуарҙа 221 м³ винилхлорид булған. Шарлауҙан һуң янғын таралмаған[1].

Урындағы халыҡ тәүҙә көслө шартлау тауышын ишетә һәм 8-10 ашығыс ярҙам машинаһы килеүе тураһында хәбәр итә. Шаһиттар әйтеүенсә, шартлау ҡоролмала баҫымды тикшергән әңваҡытта була[2].

Заян күреүселәр

Тәүҙә 11 кешенең йәрәхәтләнгәне тураһында хәбәр ителә, әммә уларҙың һаны тиҙ арала арта. Сығанаҡ хәбәр итеүенсә, бер нисә эшсе емереклектәр аҫтында ҡалған. Емеректәр араһынан туғыҙ кешене ҡотҡарып, ҡала дауаханаларына оҙатҡандар. Мәскәү ваҡыты менән 13 сәғәт 03 минутҡа торошло аварияла 27 кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың күбеһе реанимацияға оҙатылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин санавиация (рус.)баш. менән Өфөнән реаниматологтар, бешеү буйынса белгестәр, офтальмологтар бригадаһы килеп етеүе хаҡында хәбәр итте. Төп йәрәхәттәр — күҙҙәрҙең химик яныуы, хлор менән ағыуланыу, үпкә шешеүе. Яраланғандар араһында балалар юҡ[2][3].

12 авгусҡа торошло, дауаханаларҙа 41 кеше, 1 кеше вафат булыуы билдәле булды.

Ваҡиға шаһиттары һөйләүе

Урында йәшәүсе Ринат шартлау ваҡытын былай тип һөйләне: шартлау ваҡытында ул дуҫы менән бергә ваҡиға урынынан 150 метр самаһы алыҫлыҡта булған — улар гаражға магнитолла көйләргә килгән. Шартлау алдынан улар һаҫыҡ еҫ (карбид кеүек) булыуын һиҙгәндәр, юлда томан булған, шунан шатлау яңыраған, шартлау тулҡыны ударҙы тышҡа ырғытҡан. Уларҙың ыҡ йәрәхәтләнмәгән. Шартлауҙан һуң улар машиналарҙы гараждан этәп сығарған. Ринат күрше гараждан ут ҡапҡан кеше йүгереп сыҡҡанын күргән, бер нисә гараждың ҡапҡалары һәм стеналары емерелгән[4].

Экологик хәл

Шартлауҙан туранан-тура килтерелгән йәрәхәттәрҙән тыш, хәл төбәктең экологик именлегенә хәүеф янай. Стәрлетамаҡтағы ваҡиғанан һуң һауа сифатын үлсәү эштәре башланды, хлор сығыу мөмкинлеге бармы-юҡмы икәнен тикшерәләр. Яҡындағы райондарҙа йәшәүселәргә тикшереү тамамланғансы тәҙрәләрҙе ябып торорға кәңәш ителде[2].

Урындағы власть реакцияһы

Урындағы власть реакцияһы оператив булды: ғәҙәттән тыш хәл урынына ашығыс ярҙам бригадалары ебәрелде һәм оператив штаб булдырылды. Был турала социаль селтәр ҡулланыусыларына медицина һәм ҡотҡарыу бригадаларының тиҙ арала яуап биреүе тураһында хәбәр итте.

Өфөнән хатта санавиацияла реаниматологтар, комбустиологтар һәм офтальмологтар менән өҫтәмә медицина бригадалары ебәрелде. Был хәлдең етдилеген һәм зыян күреүселәргә ярҙамға йүнәлтелгән ресурстарҙы мобилизациялау дәрәжәһе юғары булыуын күрһәтте.

Тәфтиш комитеты (рус.)баш. ваҡиғаны тикшереү башланды тип хәбәр итте. Был ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлау, һәләкәткә килтереүе ихтимал булған сәбәптәрҙе һәм ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау өсн мөһим шарт[4].

Стәрлетамаҡтағы «Каустик» заводында булған ваҡиғала зыян күргәндәрҙең барыһына ла 3 миллион һумға тиклем компенсация түләнәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров оператив кәңәшмәлә[5].

Енәйәт эше

Тикшереүселәр Стәрлетамаҡтағы «Башкортостан сода компанияһы» предприятиеһында булған фажиғә буйынса енәйәт эше фигуранттарына ғәйепләүҙәр белдерҙе. Тикшереү версияһы буйынса, «Башкортостан сода компанияһы»ның хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса директоры, ҡайһы бер техник ҡорамалдарҙы, шул иҫәптән беренсе хәүеф кимәлендәге хлорлы водород торбаүткәргесен, файҙаланыуҙың хәүефһеҙ мөддәте сыҡҡанын белеп тә, уны файҙаланыуҙан сығармаған, эште туҡтатмаған һәм мотлаҡ экспертиза үткәреүҙе ойоштормаған. Ростехнадзор бүлеге начальнигы иһә был мәғлүмәт булыуға ҡарамаҫтан, 2023 йылдың сентябренән алып кәрәкле тикшереүҙәр үткәрмәгән[6].

Иҫкәрмәләр

  1. В Стерлитамаке госпитализировали 25 пострадавших после взрыва газовоздушной смеси. ТАСС (9 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025.
  2. 1 2 3 На заводе в Башкирии взорвался газ: онлайн-трансляция. Ura.ru (9 fduecnf 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-0809.
  3. Минздрав: после взрыва на заводе в Башкирии госпитализированы 25 человек. Коммерсантъ (9 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025.
  4. 1 2 «Вышел полностью обгоревший человек»: на заводе в Стерлитамаке произошел взрыв. Газета.ру (9 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025.
  5. Иван Вавилов. Пострадавшим при хлопке газа в Стерлитамаке выплатят компенсации. Башинформ (11 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2025.
  6. Наталья Балыкова. СКР назвал обвиняемых в происшествии на БСК. Коммерсантъ (14 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2025.