Байтимерова Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы
Тыуған көнө | 30 ғинуар 1989 (36 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Эш урыны | |
Һөнәр төрө | агроном, микробиолог, переводчица, журналист, писательница |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Байтимерова Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы (Таңсулпан Рәсүл, ҡыҙ фамилияһы — Баймырҙина; 30 ғинуар 1989 йыл) — шағирә, журналист, режиссёр, киносценарист. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2024)[1].
Биографияһы
Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы Байтимерова 1989 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Яңы Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң (2006), Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен ала, микробиолог һөнәре буйынса белемен камиллаштыра (2007—2010). Уҡыуҙағы һәм ғилми-тикшеренеү эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ була (2009—2010)[2].
2010—2012 йылдарҙа «Алексеевка» агрокомплексында микробиология буйынса белгес, һуңынан агроном ярҙамсыһы булып эшләй.
Юғары белемде М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ала (). 2013 йылда Әхмәт Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетында ҡаҙаҡ һәм төрөк телдәренән тәржемәселәр курсын тамамалай. Евразия Яҙыусылар союзының «Төрки теле төрөксөһө» курсын тамамалап (2023), төрөк теле буйынса C1 кимәлендәге тәржемәсе һөнәренә эйә була.
2016 йылдан алып «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе. Йәш режиссер, киносценарист. 2022 йылда Булат Йосоповтоң Кино мәктәбен тамамлап, «Һуңғы туҡталыш» тип аталған беренсе ҡыҫҡа метрлы фильмын төшөрә.
Ижады
Әҙәбиәт менән етди шөғөлләнә, шиғри шәлкемдәре Башҡортостан матбуғатында урын ала. 2011 йылда «Ышаныу» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһында «Атай, һине күрҙем…» исемле икенсе шиғри йыйынтығы донъя күрә (2014)[3]. «Лифт» Бөтә Рәсәй әҙәби журналында шиғырҙар шәлкеме баҫыла (2017).
Тәржемә эше
Ҡаҙаҡ шағиры Саят Ҡамшыгерҙың шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итә, улар «Һиңә» исемле китапта урын ала.
Ғаиләһе
Ике ул әсәһе.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Зубово ауылы балалар баҡсаһында белем биреү үҙәге хакимиәте, Өфө районының Мәғариф идаралығы менән берлектә башҡорт төркөмөн асыуҙы юллай[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Сибай ҡалаһында үткән йәш шағирҙар бәйгеһе еңеүсеһе (2009).
- «Ҡош юлы» йәштәр фестиваленең I шағирҙар бәйгеһе еңеүсеһе (2013).
- Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты (2015).
- Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты («Шоңҡар» журналы, 2019).
- Халыҡ-ара М.Ҡашғари хикәйәләр бәйгеһендә Башҡортостан буйынса II урын (2020).