Балалар уйыны

Балалар уйыны — спорт оҫталығын һәм күнекмәләрен, шулай уҡ логик, фекерләү һәләтен ҡулланыуҙы талап иткән балалар уйындары. Балалар уйындары балаларҙың физик һәм аҡыл үҫеше өсөн алмаштырғыһыҙ роль уйнай.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа уйын төп эшмәкәрлек төрө булып тора.

Уйындың балалар тормошондағы роле шул тиклем ҙур, хатта уйынға хоҡуҡ, башҡа мөһим хоҡуҡтар араһында, 1989 йылдың 20 ноябрендә ҡабул ителгән бмо-ның бала хоҡуҡтары Тураһында Конвенцияһында теркәлгән. Был конвенцияның 31-се статьяһында былай тиелә: «Һәр бала уйынға, ялға, мәҙәни һәм ижади тормошта ҡатнашыуға хоҡуҡлы. Өлкәндәр, шул иҫәптән дәүләт структуралары, был хоҡуҡты үтәү өсөн яуаплы; улар балаларға үҙаллы ирекле эшмәкәрлек өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе тәьмин итергә тейеш»[1][2].

Уйынды башлап йөрөүселәр талап иткән уйындар.

Бесәй - сысҡан

Балалар түңәрәк яһап тора. Һынашмаҡ әйтеп  бесәй менән сысҡан һайлана. Бесәй түңәрәктең тышҡы яғында сысҡан эс яҡта тора .Балалар хор менән бер , ике, өс бесәй сысҡанды тот тип ҡысҡыралар һәм ҡулдарын өҫкә күтәрәләр.Бесәй түңәрәк буйлап сысканды баҫтыра уйын сысканды тотканса дауам итә. Уйын шулай дауам итә, ҡабатлана.

Һәпәләк

Һынашмаҡ буйынса уйынды башлаусы һайлана. Уның күҙен  яулыҡ менән бәйләйҙәр.Ҡалған балалар  сәпәкәй ләп кенә аяҡ остарында ғына  тауышһыҙ йөрөйҙәр. Күҙен бәйләгән бала  балаларҙы баҫтырып, тотоп бөткәнсе уйын дауам итә.

Йәшенмәк

Һынашмаҡ буйынса уйынды башлаусы һайлана.123456 йәшендек мин эҙләргә сыҡтым тил әйткәс эҙләй башлай  йәшенгән балаларҙы табыл боткәс кем беренсе табылған шул уйынды башлаусы була .Уйын шулайдауам итә.

Йәшерәм яулыҡ

 Балалар бер түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар.Бер  бала яулыҡ ала ла йөҙҙәре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләп көйләп йөрөй. Йәшерәм  яулыҡ йәшерәм яулыҡ Йәшел ҡайын артына.ҡ Һиҙҙермәйсә һалып киттем бер иптәштең артына.Шул арала һиҙҙермәйсә генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә.Йыр бөтөп яулыҡ һалыусы туҡтағас барлыҡ балалар ҙа үҙ тирәләрен ҡарай.Яулыҡ кем янында һалып ҡалдырылҡан булһа шул кеше яулыҡты алып йүгерә башлай.Ә тегеһе уның урынына бара һалып ултыра.Уйын шул рәүештә дауам итә.

Иҫкәрмә

Категориялар