Бала табыу йорттары

Бала табыу йорттары — ауырлы ҡатындарға бала тапҡансы, бала тапҡанда һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙа, шулай уҡ яңы тыуған балаларға квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеүсе стационар тибындағы дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары.

Дөйөм мәғлүмәт

Үҙ аллы йәки күп йүнәлешле һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының структура бүлеге булараҡ эшләй. Бала табыу йорттары дөйөм һәм махсус (йөрәк, бөйөр ауырыулы, эндокрин патологиялы, резус‑конфликтлы ауырлы, ауыры төшөү ҡурҡынысы булған һ.б. ҡатындар өсөн) төрҙәргә айыралар. Физиол. (ҡабул итеү, бала табыу, бала тапҡандан һуңғы, яңы тыуғандар), күҙәтеү (ҡабул итеү һәм сығарыу бүлмәһе, бала табыу һәм изоляция блоктары, бала тапҡандан һуңғы һәм яңы тыуғандар өсөн палаталар), ауырлыларҙың патологияһы, диагностика һ.б. бүлектәре бар; Бала табыу йорттары күбеһендә ҡатын‑ҡыҙҙар консультациялары эшләй.

Башҡортостандағы бала табыу йорттары тарихы

Өфөлә беренсе бала табыу йорттары 1910 йылда асыла, 1923—24 йылдарҙа әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, әсә һәм бала йорттары, ауырлы ҡатындар өсөн консультациялар ойошторола. 1913 йылда Башҡортостанда ауырлылар һәм бала табыусылар өсөн 134 койка, 1940 йылда — 1076, 1960 йылда — 3277, 1965 йылда — 4181 акушер‑гинекологик койка булған; ауырлыларға, уларҙың экстрагениталь патологияһын иҫәпкә алмайынса, медицина ярҙамы күрһәтелгән; ауыл ерендә стационарҙа бала табырға ярҙам итеү 61 процент тәшкил иткән. XX быуаттың 70—80‑се йылдарында Өфөлә махсуслаштырылған Бала табыу йорттары (йөрәк‑ҡан тамырҙары, эндокрин системаһы патологиялары һәм резус‑конфликт ситуациялы ҡатындар өсөн) асыла. 1995 йылдан алып ҡайһы бер Бала табыу йорттарында индивидуаль бала табыу залдары булдырыла, әсә һәм баланың бергә булыуы практикаға индерелә башлай. 2009 йылда республикала 4 үҙ аллы Бала табыу йорттары (Өфөлә 3‑сө, 4‑се, Белорет һәм Салауат ҡалаларында), 10 күп профилле ҡала дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһында һәм бөтә үҙәк район дауаханаларында тиерлек акушер бүлектәре, Республика перинаталь үҙәге эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Медицина үҙәктәре

Һылтанмалар

Бала табыу йорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Ҡалып:Hospital-stub

Категориялар