Балыҡсы турғай
Ҡылыҡһырлама
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ҡыҫҡа ғына ҡойроҡло, оҙон суҡышлы бик матур төҫтәге ҡош. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡта, тамырҙа йәки таш өҫтөндә тауыш-тынһыҙ ғына балыҡ һағалап ултыра. Ҡанаттарын йыш-йыш һелтәп, һыу өҫтөнән түбән генә оса. Башы һәм ҡанаттары ялтырауыҡлы ҡуйы йәшел. Арҡаһы, ҡойроғо ялтырауыҡлы ҡуйы зәңгәр. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡыҙғылт ерән. Тамағынаң һәм күҙ тәңгәленән аҡ һыҙыҡ үтә. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «сип-сип-оап».
Йәшәү рәүеше
Бейек ярлы бәләкәй йылға буйҙарында йәшәй. Башлыса ваҡ балыҡ менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Ҡыш көнө йылыуҙар эҙләп, күсеп йөрөй. Урыны менән киң генә таралған. Текә ярҙарға өң эшләп оялай. 6— 7 бөртөк аҡ төҫтәге йомортҡаһы була.
Һылтанмалар
- База данных «Позвоночные животные России»: обыкновенный зимородок 2020 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.