Бараба

Бараба (урыҫ. обыкновенная сойка; йәки кареза; лат. Garrulus glandarius) — барабалар ырыуындағы, ҡоҙғондар ғәиләһендәге, турғай һымаҡтар отрядындағы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Ҙурлығы күгәрсендәй. Өҙлөкһкҙ ағастан ергә, ерҙән кире ағасҡа һикергеләп йөрөй. Ғәҙәттә тупланып йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро. Башында сыбар бүрке бар. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Ҡойроҡ төбөндә, ҡанаттарында аҡ таптар бар. Ҡанаттары бөгөлгән урында ҡара арҡыры һыҙатлы ялтырауыҡлы күк тап була. Ҡыжҡылдаҡтан төҫө һәм ҙурлығы менән айырыла. Тауышы тупаҫ: «ҡжжжжҡ- ҡжжжжҡ»

Тереклек итеүе

Урмандарҙа йәшәй. Киң генә таралған ултыраҡ ҡош. Ағас баштарында оялай. Бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, ҡош ояларын туҙҙырып зыян итә.

Туҡланыуы һәм үрсеүе

Ҡарағай һәм шыршы орлоҡтары, сәтләүек, бөжәктәр, ваҡ ҡоштарҙың балаларын ашай. Көрән генә таплы 5-7 йомортҡа һала.

undefined
undefined

Диалекттарҙа

Диалекттарҙа шундай вариантарры бар: Урман һайҫҡаны, суҡтурғай.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары.Өфө-1986й. 69-сы бит.

Һылтанмалар