Бармаҡ (мәғәнәләр)
Күсмә мәғәнәлә
- Бармаҡ башындай - ҙур нәмәне бәләкәй итеп әйткәндә ҡулланыла: Бармаҡ башындай ғына икмәк киҫәге
- Бармаҡ башындай - бәләкәй нәмәне ҙур тип аңлатҡанда: бармаҡ башындай миң
- Бармағы үҙенә кәкре - үҙен генә ҡайғыртҡан кеше тураһында
- Бармаҡ менән генә һанарлыҡ, бармаҡ осондай ғына - әҙ генә
- Бармаҡты тешләрҙәй булыу - ныҡ үкенеү
- Урта бармаҡ кеүек - мыҡты, лайыҡлы кеше тураһында. Төрлө илдәрҙә таралған тәүфиҡһыҙ һаналған урта бармаҡ (Урта бармаҡ) менән ишаранан айырмалы, башҡорт халҡында был идиома маҡтау һүҙбәйләнеше булып тора.