Батталов Эдварт Миңләхмәт улы
Эдварт Миңләхмәт улы Батталов (рус. Батталов Эдварт Минниахметович; 4 март 1951 йыл, Дыуан-Мәсетле) — совет һәм Рәсәй ғалим-химигы, уйлап табыусы. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2008).
Биографияһы
Эдварт Миңләхмәт улы Батталов 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған[1].
1968 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен, 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған.
Шул уҡ йылдан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙегенең Органик химия институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1993 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
2008 йылда Мәскәүҙә «Радикальная полимеризация виниловых мономеров в присутствии сульфоксидов и их комплексов с солями металлов» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 7 уйлап табыу танытмалары һәм патент хужаһы.
Фәнни хеҙмәттәре винил мономерҙары һәм олигомерҙарының радикаль полимерлашыуына, фотополимерлашыуға; сүс рәүешендәге яҡтылыҡ таратыусы сымдарҙың полимер ҡапламаларын эшләүгә арналған[1].
Төп ғилми хеҙмәттәре
- Влияние сульфоксидных комплексов на радикальную полимеризацию //Доклады Академии наук. 1977. Т.235. № 6 (авторҙаш);
- Прочностные и оптические свойства волоконных световодов с эпоксиакрилатным покрытием //Пластические массы. 2005. № 2 (авторҙаш).
- Фотополимеризация метилметакрилата в присутствии 3,1-бензоксазинов // Промышленное производство и использование эластомеров. – 2014. – вып. 1. – С. 11-12. (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе дипломы (1978)
Сығанаҡтар
Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Батталов Эдварт Миңләхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тег дөрөҫ түгел: «БЭ» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Радикальная полимеризация виниловых мономеров в присутствии сульфоксидов и их комплексов с солями металлов. Электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.
Һылтанмалар
- Батталов Эдварт Миңләхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
