Бауска
Бауска | |
латыш. Bauska | |
Флаг | Герб |
Почта индексы | LV-3901[1] |
---|---|
Урындағы телефон коды | 639 |
Рәсми сайт | bauska.lv |
Халыҡ һаны | |
Административ-территориаль берәмек | Бауский край[d] |
Дәүләт | |
Туғандаш ҡала | Коломна, Рыпин[d], Хедемора[d], Радвилишкис[d] и Хашури |
Нигеҙләү датаһы | 1609 |
Административ үҙәге | Бауский край[d] и Бауский уезд[d][3] |
Файл:Latvia city Bauska.png | |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Лиелупе[d], Неманек[d] и Муса[d] |
Майҙаны | |
Рәсми атамаһы |
латыш. Bauska рус. Бауск |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бауска (латвBauska , 1920 йылға тиклем рус. Бауск, нем.Marienland йәки Bauske) — Латвиялағы ҡала, Бауска крайының административ үҙәге. Халҡы 9348 кеше (2016 йылға). Майҙаны 6,1 км² тәшкил итә.
Риганан көньяҡҡа табан 66 км алыҫлыҡта, Лиелупены барлыҡҡа килтергән Муса һәм Мемеле йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Иң яҡын тимер юлы станцияһы — Иецава (26 км).
Ҡала тарихында үҙ эҙен Ливония һуғышы (1558—1583), Утыҙ йыллыҡ һуғыш (1618—1648), Төньяҡ һуғышы (1700—1721), 1711 йылдағы чума эпидемияһы, 1812 йылдағығы Наполеон яуы ҡалдыра.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баускаға Тевтон рыцарҙары тарафынан 1443 йылда нигеҙ һалына, 1511 йылда ҡала була. Тулы ҡала хоҡуғын 1609 йылда ала. Бауска һарайы 1456 йылда Ливониялағы немец ордены ландмейстеры Иоанн фон Менгеден тарафынан төҙөлә (Шулай уҡ Буш, Бушенборг Баушкенбург тип аталған). 1625 йылда замокты шведтар, Төньяҡ һуғышында 1705 йылда урыҫтар баҫып ала. 1705 йылдың замоктың нығытмалары емерелә, һәм шунан алып унда береһе лә йәшәмәй. Замоктың емереклектәре һаҡланып ҡалған, ә һуңғы йылдарҙа ул тергеҙелгән.
1855 йылда Баускала 6532 кеше иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта ҡалала православие сиркәүе, лютеран сиркәү, ике синагога булған. Шулай уҡ 1 күн, 2 кирбес һәм 1 һыра ҡайнатыу заводы булған. Йыл һайын үтә торған йәрминкәләр 12 октябрҙән 17 октябргә тиклем үткән.
Совет һәм совет осоронан һуңғы ваҡытта (2009 йылдың 1 июленә тиклем) ҡала Бауска районының административ үҙәге була.
Иҡтисады, сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Емеш-еләк консерваһы һәм «Сауле» туҡыу комбинаты филиалы.
- «Bauskas аlus»[5]
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- XV—XVI быуаттарҙағы Бауска замогы
- Бауска тыуған яҡты өйрәнеү һәм сәнғәт музейы
- Шағир Вилис Плудонистың мемориаль йорт-музейы
- Машина күргәҙмәләре музейы
- Ауыл хужалығы машиналары һәм крәҫтиән ярҙамсы хужалығы музейы
- Халыҡ театры
- Православие сиркәүе
Баусканан алыҫ түгел урында герцог Бирондың Рундаль һарайы урынлашҡан, улархитектор Растрелли тарафынан (1736—1740) төҙөлгән.
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.pasts.lv/lv/uzzinas/Indeksu_gramata/novadi/Novadi_aprilis_2011.xls
- ↑ Pilsētu (blīvi apdzīvotu) un lauku (reti apdzīvotu) teritoriju iedzīvotāju skaits reģionos, pilsētās, novados un pagastos (pēc administratīvi teritoriālās reformas 2021. gadā) – Teritoriālā vienība, Laika periods un Rādītāji — Центральное статистическое управление Латвии.
- ↑ Бауск (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1891. — Т. III. — С. 207.
- ↑ 4,0 4,1 Reģionu, novadu, pilsētu un pagastu kopējā un sauszemes platība gada sākumā — Центральное статистическое управление Латвии.
- ↑
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бауск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Уртанс А. Бауска в конце XIX — начале XX в.
- О. Е. Schmidt, «Schlosse Bausk und Mesotten», Митава, 1890.
- Карта Бауски 2009 йылдың 13 март көнөндә архивланған.
- Официальный сайт Бауского края 2019 йылдың 11 май көнөндә архивланған. (латыш.) (инг.)
- Туристический информационный центр Бауского района (латыш.) (рус.) (инг.) (нем.)
- Менгден, графский и баронский род // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Информация о Бауске в топонимической базе данных (латыш.)
Топографик картаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карта бите O-35-XXXI Биржай. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.