Башкиров Александр Иванович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1885
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө не ранее октябрь 1941
Тыуған урыны

Александр Иванович Башкиров (1885, Һамар губернаһы — 1941 йылдан һуң) — делегат Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышының делегаты, эсер.

Александр Башкиров 1885 йылда Һамар губернаһының Козловка ауылында мещан ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда ул эсерҙарҙан һәм крәҫтиән депутаттары Советынан Һамар һайлау округы буйынса Учредителдәр йыйылышына ағза итеп һайлана (3-се һанлы исемлек). 1918 йылдың 5 ғинуарында Йыйылыш ултырышында ҡатнаша[1].

Александр Ивановичтың Граждандар һуғышы осорондағы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт юҡ, Комуч исемлегендә уның фамилияһы табылмай.

Совет осоронда Башкиров Куйбышев ҡалаһында товаровед булып эшләй. 1941 йылдың 13 июлендә ул ҡулға алына, ә 3 октябрҙә СССР НКВД-ының Махсус кәңәшмәһе уны 58-10 статьяһы буйынса холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына 8 йылға хөкөм итә (контрреволюцион пропаганда һәм агитация)[2][3].

Александр Башкировтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 1956 йылдың 18 июлендә Куйбышев өлкә суды тарафынан аҡлана[4].

  1. Башкиров Александр Иванович. Хронос. Всемирная история в интернете. Дата обращения: 12 март 2017.
  2. О жертвах политических репрессий. Том 1. Самарский Дом печати. Дата обращения: 12 март 2017.
  3. Башкиров Александр Иванович (1885-1941). Центр генеалогических исследований. Дата обращения: 12 март 2017. 2016 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. Списки жертв. Мемориал. Жертвы политического террора в СССР. Дата обращения: 12 март 2017.
  • Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. М., РОСПЭН, 2008.
  • ГА РФ. Ф. 102 — Департамент полиции Министерства внутренних дел, 5 д/п, 1912, д. 638.
  • Белая книга. О жертвах политических репрессий. Т. 1. Самара, 1997.
  • Книга Памяти Самарской области, 2000.