Башҡортлоҡ
Башҡортлоҡ (йәки башҡортлоҡ тойғоһо) — берәр шәхестең башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҙ итеү арҡылы формалашҡан кемлеге.
Ысынлап та, башҡорт булыу — ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо тойоу.
Ғаиләлә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙа ир кешенең – буласаҡ атайҙың аҡыл менән эш итеүе иң төп шарт. Уның аҡыл менән эш итеүе ниҙән ғибәрәт ? Балаға бар тойғолар ҙа әсә һөтө аша килә. Бала әсә ҡарынында уҡ тәрбиәләнә башлай — ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңларға тейеш атай буласаҡ кеше. Тимәк, буласаҡ атай балаһына башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя икән — ул мотлаҡ башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейеш. Минең өсөн иң мөһиме — мөхәббәт, мин кемгә өйләнһәм дә, уны башҡортса һөйләштерәсәкмен, мин баланы барыбер башҡорт итәм, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел.
Беренсенән, ни өсөн башҡа милләт вәкилен яфалап, ҡанына һалынмағанды булдырып маташырға.
Икенсенән, йәштәр өсөн иң мөһиме — ғашиҡлыҡты мөхәббәт менән бутарға ярамай. Ысын мөхәббәт емеше — ул шәжәрәңде һинең рухыңда дауам итерлек бала. Тәбиғи ҡанун буйынса һинең яртың үҙ милләтеңдә. Бер йән эйәһе лә үҙ нәҫелен башҡа төр йән эйәһе менән дауам итмәй. Бөтөн тереклектең, үҫемлек донъяһының йәшәйешен дауам итеүҙә төп шарт булған был ҡанун кешелек донъяһына ла ҡағылалыр. Был донъяға Юғары көс — Хоҙай тарафынан милләттәр бар ителгән икән, эске тартым, тойғо берлегендә улар бер бөтөн булып уҡмашҡан икән, шулай дауам итергә тейештер. Шулай булмаһа, милли тойғоһон юғалтмаған, әммә нәҫелен дауам итә алмаған кешегә аҙаҡ үкенеү, зар илау тигән тойғолар ҙа килмәҫ ине. Аҙмы егеттәребеҙ араһында ғашиҡлыҡты мөхәббәт менән бутап, ейәненең бары тик картатайка йәки «улатайка» тип әйтеүенән генә йыуаныс табып, үкенеүҙән ер тырнап иларҙай булып йөрөүсе атайҙар.
Өсөнсөнән, тойғо теле — аҙаҡ өйрәнеп һөйләшкән тел түгел. Тойғо теле — ул ҡанға һалынған, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән тел — тәүге ауаз теле, өндәр теле, моң теле, туған тел. Баланың рухи донъяһына нигеҙ булырлыҡ ҡиммәттәр фәҡәт тойғо теле аша күсә лә инде.
Тәбиғи башҡортлоҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙер инде тәбиғи башҡортлоҡ тойғоһон үҫтереү бурысы килеп баҫты алдыбыҙға. Ниҙән башларға? Балаға мотлаҡ башҡорт өнлө башҡорт исеме ҡушырға кәрәк. Ул үҙен иркәләгән саҡта башҡорт өнө, башҡортса тел моңо ишетергә тейеш. Әйтәйек, балаһына сит ил исеме ҡушҡан әсә был исемгә туған тел ялғауы ҡушып иркәләмәйҙер. Мәҫәлән, Анжеликаны — Анжеликаҡайым, тимәй, ә Анжелка, Анжелочка тип ебәрә. Робертҡайым тимәй, Робертик, ти. Бына шулай итеп, сабый күңеленә әсә наҙы, әсә һөйөүе аша ят өндәр урынлаша.Ә үҙ милләтен ситен күргән, ят иткән, йәғни яратмаған, һис юғы битараф булған кеше сит телгә ылығырға ғына тора. Балаға сит милләт исеме ҡушыу — үҙ милли мәҙәниәтеңә битараф булыуҙың, хатта яратмауҙың бер сағылышы.
Башҡорт исемдәре тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Билдәле, рухи байлығыңа битарафлыҡ балаға ят исемдәр ҡушыуҙа айырыуса ныҡ сағыла. Халыҡтың рухи ҡаҡшау йәки, киреһенсә, милли мәҙәниәтенең сәскә атыу йылдары исемдәрҙә ныҡ сағыла. Исемдәр донъяһын өйрәнеүселәр йәки шәжәрә тикшереүселәрҙең фекеренсә, исемдәр аша халыҡтың рухи донъяһының нисек үҙгәреүен асыҡ күреп була. Әллә ҡайҙарға алыҫ китергә түгел, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан башланған рухи асылға ҡайтыу исемдәрҙә ныҡ сағыла. Башҡорт балалары Буранбай, Арыҫлан, Илдархан, Сурағол, Таймаҫ, Юрматы, Тамьян, Мортаза, Мөйтән, Бөрйән, Сәлимә, Зөлхизә, Зәлифә, Ғилмияза, Зарифа кеүек боронғо исемдәрҙе йөрөтәләр.
Тыуған мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Матур ҙа, заманса яңғырашлы ла, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла исем ҡушылды балабыҙға. Хәҙер инде тәрбиә ҡанға һалынған моң мөхитендә дауам итергә тейеш. Үкенес, һуңғы йылдарҙа балаға сәңгелдәк йыры йырлау түгел, ябай ғына башҡортса көйләү ҙә онотола бара. Ә бала туған моң солғанышында үҫергә тейеш. Мәсетле районынан Ейәнбирҙин тигәнбер ир һөйләгәйне. Хатыным ауырлы саҡтан башлап өйҙә ҡурай моңо, йыр тынманы. Һәр ваҡыт “Илсе Ғайса”ны уйнаным. Ҡатыным үҙе лә ярата ине был йырҙы, үҙе лә һәр саҡ көйләп йөрөнө. Бала тыуғас та йыр моңо дауам итте. Ҡурай моңона, йыр көйөнә йоҡланы. Малай үҫә барҙы. Икенсеһе лә моң солғанышында үҫте. Тәүге малайға биш йәштәр самаһы ине икенсеһе тыуғанда. Бер ваҡыт ҙурына бәләкәйен бәүетә торорға ҡушып, ишек алдына сығып киттем. Инеп киләм, ҡолаҡҡа моң сағыла биш йәшлек ҙур улым "Илсе Ғайса"ны көйләй-көйләй сәңгелдәк бәүетә. Сәңгелдәктә ятҡан биш айлыҡ бала ағаһына ҡушылып ҡәҙимге ыңғайлатып көйгә ҡушылып ығылдап ята. Иҫ китте, ҡыуаныстан күҙҙәрҙән йәш атылып сыҡты!
Туған моң, туған тел мөхитенең бала булмышына, ҡанға һалынған һәләтенең артабанғы үҫешенә, холҡ-фиғеленә, тәрбиәһенә тәьҫире тураһында бик аҙ өйрәнелгән. Был йәһәттән кемгәлер, ниндәйҙер ғалим фекеренә таянып фекер әйтеүе лә ауыр. Ул хаҡта бары тик педагог Константин Ушинский яҙмаларында ғына фекер табып була. Ә тормошта, тотош донъя тәжрибәһендә миҫалдар бихисап. Тәбиғәттең иң серле, иң ҡиммәтле бүләктәренең береһе булған туған телгә, туған моңға ҡарата битарафлыҡтың үкенесле һөҙөмтәһе йәки милли булмышыңа ҡарата һаҡсыл булыу ҡыуанысын кисереү өсөн тирә-йүнебеҙгә иғтибарлыраҡ булыу ҙа етә. Донъя кимәленә ҡараш ташлайыҡ. Үҙ милләтенең булмышына боронғонан башлап бөгөнгөһөнә тиклем һаҡсыл ҡарашлы илдәрҙең үҫешенә ҡарап фәһем алмаған сүрәттә лә яҡын-тирәләге таныш-тоноштарығыҙға иғтибар итегеҙ үҙ милләтенең булмышын һанға һуҡмайынса телдән, моңдан яҙҙырылған, үҙ милләтенән ситләтелгән, башҡаларға барып ылыға алмаған, рухи тамырһыҙ ҡалғандарҙың берәйһе атай-әсәй тәрбиәһенә рәхмәтлеме икән? Уңдымы икән ул? Үкенесле ғүмер кисермәйме? Тәбиғәттән һалынған бурыстарын үтәй алырлыҡ дәрәжәләме? Шәжәрә байрамдарында үҙ нәҫеленең шәжәрә ағасын күреп, үҙ ғаиләһенлдә атай-олатайҙар рухын дауам итерлек нәҫел ҡалдыра алмауына әсенмәйме икән? Үҙ шәжәрәләрен төҙөп ултырыусы ҡайһы бер зыялыларыбыҙ үҙ йөрәге аша үткән үкенес тойғоларын фәһем өсөн йәштәргә әйтеп үтһә, аңы булғандарға аҡыл өҫтәлер ине. Шәжәрә байрамдары ойоштороусылар үткәндәре өсөн ғорурланып ҡына түгел, ә Буранбай нәҫелдәре кеүек бөгөнгөһө өсөн нығыраҡ ҡыуаныс кисереп ҡайтһындар ине.
Туған моң мөхите[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшәгән өйҙө, ишек алдын, ундағы әйберҙәрҙе, тәбиғәтте, йән эйәләренең тауыштарын башҡортса ҡабул итергә тейеш бала күңеле. Әйтәйек, кәкүк: “Кәк-кәк, кәк-кәкүк, һикерҙек, остоҡ, бейек”, - тип саҡыра. Баланы аяҡҡа ултыртып бәүелткәндә, һикерткәндә былай тип әйтәһең:Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, сыҡ-сыҡ. Үлән өҫтө ысыҡ, эскең килһә сыҡ-сыҡ”. Йорт хайуандары менән таныштырғанда ла: Кәзә бәрәсе ”Мә-мә-мә, миңә мәмәй, миңә мәмәй - ти. Бәләкәй генә көсөк: "Уау-уау, һин дә батыр балау, мин дә батыр уауай", ти. Һыйыр: “Мө-мө-мө, һөт бирәм, һөт, аҙ ғына көт-көт, һөт эсеп ҙур-у-ур булып кит,” - тей. Әтәс: “Кикирикүүүк, уянығыҙ иртүүүк, уянһағыҙ иртүк бәхетегеҙ булыр күп-күп,”- тей. Бына шулай итеп балаға ымлыҡтар аша тәүге ауаздарҙы үҙ туған телендә һалырға кәрәк. Юғиһә, ул үҙ мөхитен үҙенеке түгел, ә ят мөхит тип уйлап үҫәсәк. ?ыҫҡаһы, бала бәләкәй сағынан уҡ үҙен уратып алған мөхитте туған телендә ҡабул итергә, туған телендә тойорға тейеш. Бер саҡ бәләкәй ҡыҙым менән Мәскәүҙән ҡайтып киләбеҙ. Юл алыҫ. Вагон буйлап төрлө уйынсыҡтар һатып йөрөйҙәр. Балаға уйынсыҡ бесәй алдым. Эргәлә ултырған ғаиләнең дә ҡыҙым йәшендә генә ҡыҙы бар. Улар ҙа бесәй һатып алды. Бер ваҡыт былар дуҫлашып китте лә өй уйнай башланы. Урыҫ ҡыҙы бесәйен “кыс-кыс” тип саҡыра, минең ҡыҙым “бес-бес” ти. “А ты почему бес-бес говоришь, скажи "кыс-кыс" ти урыҫ ҡыҙыҡайы. Таңсулпан уйлап та торманы: “Твоя кошка русская, а моя – башкирка,” - тип яуап бирҙе. Биш йәштә ине ул саҡта. Тимәк, әле вагон эсендә, купе эскәмйәһендә ул төҙөгән өй – уның мөхите һәм ундағы әйберҙәр менән ул башҡортса аралашҡан. Уның башҡорт мөхитендә бесәйе лә башҡорт булып киткән. Тимәк, балала туған тел тойғоһо һалыу өсөн иң тәүҙән үк уны уратып алған бәләкәй генә мөхит туған телендә һөйләшергә тейеш. Был – тәбиғәт ҡануны. Юғиһә, тәбиғәт мең төрлө милләткә мең төрлө өн, ауаз бүләк итмәҫ ине. Тел аҙ-маҙ үҙгәреш кисерһә лә милли өн, моң үҙгәрмәй, үҙгәреш кисергән тел дә ошо моңға ҡалыплаша. Бала күңеле айырыуса һиҙгер. Туған тел мөхитенә ят ауаздарҙың килеп инеүе музыка ҡоралының көйһөҙләнеүе кеүек була. Туған тел үҙ тамырҙарын ныҡлы йәйеп ебәрмәйенсә икенсе телгә күсеү дөрөҫ түгел. Баланан вундеркинд яһайбыҙ тип, бик бәләкәй сағынан бер юлы бер нисә тел өйрәтеп маташыу мейелә аң, заң ҡалыплашыуына ҡамасаулайҙыр. Тимәк, балаға башҡортлоҡ тойғоһо һалыу өсөн уның тирә яғында башҡорт моңо, башҡорт өн-ауазы булырыуҙан башларға кәрәк. Уның тәбиғи булмышына һалынған тел мөхитен нығытыу, үҫтереү, камиллаштырыу мотлаҡ шарт
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт йыйындары 2014 йылдың 27 март көнөндә архивланған.
- Мәрйәм Бураҡаева. Башҡортлоҡ.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. |