Баш адмиралтейство

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Баш адмиралтейство
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург и 2-й Адмиралтейский остров[d]
Дәүләт
Бейеклеге/буйы 74 метр
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d] и Ампир
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт nevsky-prospekt.com/admi…
Архитектор Андреян Дмитриевич Захаров[d]
Рәсем
Беренсе яҙма телгә алыу 1704
Урамда урынлашҡан Невский проспект[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Төп адмиралтейство бинаһы — Санкт-Петербургтың 2-се Адмиралтейство утрауҙарындағы адмиралтейство ҡоролмалары комплексы, Нева йылғаһы ярында урынлашҡан рус ампир архитектураһы һәйкәле. Башта верфь итеп төҙөлгән, XVIII—XIX быуаттарҙа үҙгәртеп ҡоролған.

1718 йылдан алып бында Адмиралтейство-коллегияһы (1827 йылдан алып — Адмиралтейство советы-), 1709—1939 йылдарҙа — Модель-камера (1805 йылдан алып — Диңгеҙ музейы) урынлашҡан. 2012 йылдан алып был бинала Рәсәй флотының баш командованиеһы урынлашҡан.

Бина шпилендәге бәләкәй карап ҡаланың Баҡыр һыбайлыһы һәм Петропавловский ҡәлғәһе шпилендәге фәрештә һыны менән бер рәттән, ҡала символдарының береһе тип һанала[1]. Адмиралтейство энәһе «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалында һүрәтләнгән.

Адмиралтейство ҡәлғәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта был ҡәлғә Беренсе Петр һыҙмалары буйынса верфь итеп төҙөлә. Әҙерлек эштәре рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта тамамлана: 1705 йылдың башында верфтың төп ҡоролмалары күтәртелеп, эллингта тәүге караптар төҙөлә башлай.

Гравюра.1716 йылда Адмиралтейство

Төньяҡ һуғышы шарттарында верфты яҡлау кәрәк була, 1706 йылда адмиралтейство ҡәлғә булып торған, уның ҡоролмалары биш бастионлы ер вал менән уратып алынған булып, тышҡы яғында һыулы соҡор уратып торған һәм гласистан ер өйөмдәре менән дә һаҡланған. Эспланада — киң, ҡоролмаларҙан буш ялан, ул дошмандың көтөлмәгән һөжүмен күҙәтеп һаҡланыу өсөн булдырылған, был ялан ҡәлғәнән хәҙерге Кесе Диңгеҙ урамына тиклем һуҙылған.

10 май (29 апрель) 1706 йылда 18 пушкалы прама төҙөлө бөтөү менән карапты һыуға төшөргәндәр.

1715 йылда Адмиралтейство приказының ошо бүлексәһендә ун меңгә яҡын кеше эшләй. Шул ваҡытта адмиралтейство бер ҡатлы, «П» хәрефле төҙөлөш булған, Нева яғынан асыҡ торған була. Бинала складтар, оҫтахана, тимерлектәр, ведомство хеҙмәттәре урынлашҡан. Ихатаны елкәнле караптар төҙөү өсөн эллингтар биләгән, уның периметры буйына эске каналдар булған (күмер 1817 йылда). Адмиралтейство каналы оборона һәм транспорт йөрөтөү функцияларын үтәгән, ул ҡала каналдары селтәренә тоташтырылған, уның буйынса Яңы Голландиянан төҙөлөш материалдары һәм ағас килтерелгән.

Модель-камера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1709 йылда Петр I бойороғо буйынса Адмиралтействола модель-камера (нидерл. model-kammer — модель бүлмәһе, келәт өлгөһө) булдырыла, унда карап моделдәре һәм һыҙмалары һаҡлана. 1722 йылда бында төҙөлгән бөтә суднолар моделдәре лә модель-камерала һаҡланған. 1805 йыл модель-камера Диңгеҙ музеумы тип үҙгәртелә (1908 йылдан алып — Бөйөк Петр исемендәге), 1939 йылға тиклем музей бында тора.

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кескәй карап[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

The ship on the Admirality on the steeple of Admirality, St. Petersburg.jpg

Бина шпилендәге кескәй карап Санкт-Петербург ҡалаһы символдарының береһе булып тора.

Был караптың прототибы булып линия карабы «Ингерманланд» торған — ул Петр I хәрби караптар араһындағы иң яратҡан һәм шул ваҡытта Петр I штандарты аҫтында йөрөгән, 1712-1715 йылдарҙа төҙөлгән карап.

Легенда буйынса, мачталағы өс флаг иң таҙа ҡыҙыл алтындан яһалған, ә караптың алғы өлөшөндә Петр I-ҙың шәхси буссоле һаҡланған.

Coat of Arms of The Admiralty emblem of St Petersburg (details).svg

1815 йылға тиклем карап шпилдә торған, уның төп нөсхәһе ремонт ваҡытында алмаштырыла һәм аҙаҡ юғала. Күсермәһе 71 йыл тора: сираттағы ремонт ваҡытында төп нөсхәнең теүәл күсермәһе 1886 йылда шпилгә күтәртеп ҡуйыла, уның төп нөсхәһенең ауырлығы 65 кг, оҙонлоғо — 192 см, бейеклеге — 158 см, ул шулай уҡ Диңгеҙ музейы экспозицияһына урынлаштырылған.

1732—1738 йылда архитектор И. К. Коробов Адмиралтейство бинаһын таштан төҙөлгән. Төҙөүселәр бинаның элекке планын һаҡлап, ҡоролмаларҙың күренешенә монументаллек өҫтәп ҡуйған. Үҙәктәге ҡапҡа өҫтөндә, алтын менән ялатылған шпилле манара төҙөлә, уны ҡайһы саҡ «Адмиралтейство энәһе» (ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, алтын шпиль Петр I Ҡушма провинцияларҙан бүләккә алған дукаттарҙан төҙөлгән тип әйтелә) тип тә йөрөтәләр. 72 метр бейеклеккә корабль-флюгер баҫтырылған, ул бында беҙҙең көндәрҙә лә тора.

1738 йылдағы бина[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адмиралтейств башняһы. Архит. И. Коробов. 1730-сы йй. Реконструкция.
Адмиралтейство Б Патерсен картинаһында. 1803 йыл

1806—1823 йылдарҙа архитектор Андреян Захаров Адмиралтейство бинаһын яҡындағы Ҡышҡы һарай, Мойка йылғаһы, Нева, Гороховый, Вознесенский проспекттарының күренешенә яраҡлаштырып, бинаны үҙгәртеп иҫ киткес матур итеп яңыртып төҙөй, ул бинаның бары тик матур манараһын ғына һаҡлап ҡалдыра, ә верфь янындағы фортификация ҡоролмаларын алып ташлай, уларурынына абульвар булдыра (хәҙер бында Александровский баҡсаһы тора) ултырта. Захаров адмиралтействоны тулыһынса тиерлек яңынан төҙөй (фасадының оҙонлоғо 407 метр), бина ҡала архитектураһында Адмиралтействоның төп урында торғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм бинаны мөһабәт ҡиәфәтле итеп төҙөй(юғарыла әйтелеүенсә, уның яғына табан ҡаланың төп өс магистрале нур кеүек килеп ҡушыла).

1823 йылдағы бина[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адмиралтейство 1810-сы йылдар, Барт литографияһынан.

Адмиралтейство бинаһы янындағы скульптуралар Рәсәйҙең диңгеҙ державаһы булыуын раҫлап тора. Хәҙерге заманда Адмиралтейство бинаһы Рәсәй Флоты тарафынан ҡулланыла.

Адмиралтейство архитектура ансамбле ике П хәрефе рәүешле корпустарҙан (тышҡы һәм эске) тора. Улар араһында Адмиралтейство соҡоро үтә. Рәсәй диңгеҙ һәм йылға флоты административ учреждениелары тышҡы корпусты биләй, ә эске корпуста элекке производство оҫтаханалары бар.

Александровский баҡсаһы һәм Адмиралтейство

Йорт үҙәгендә — шпилле монументаль манара (архитекторы Иван Коробов), урта өлөшөнән уратып колоннлар теҙелгән, был бина ҡала символына әүерелгән. Манараһы нигеҙен арка бүлеп үткән, ә урта өлөшөнә 12 һәм 6-колонналы портик эшләнгән. Манараның бейеклеге 72 метр шул иҫәптән, 23 метры шпилгә тура килә.

Адмиралтейство архитектураһында 28 скульптура тора. Скульптура булдырыуҙа Степан Пименов, Василий Демут-Малиновский, Артемий Анисимов ҡатнашҡан.

  1. Статья 7. Исторические символы Санкт-Петербурга Устава Санкт-Петербурга (принят ЗС СПб 14.01.1998) (ред. от 25.05.2016)